Эстәлеккә күсергә

Чапел-Хилл музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Музей Чапел-Хилл битенән йүнәлтелде)
Чапел-Хилл музейы
Нигеҙләү датаһы 1996
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Төньяҡ Каролина
Урын Чапел-Хилл[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2010
Йылына инеүселәр һаны 20 000
Рәсми сайт chapelhillmuseum.org
Карта

Чапел-Хилл музейы (ингл. Hill Chapel Museum) ― АҠШ-тың Төньяҡ Каролина штаты Чапел-Хилл ҡалаһының хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан тыуған яҡты өйрәнеү музейы. 1996 йылда Чапел-Хиллға 200 йыл тулыуға арналған байрамды ойоштороу комитеты инициативаһы менән нигеҙләнгән. Музей барлыҡҡа килгәндән һуң ун йыл буйы Чапел-Хилл музейын йылына 20 000 ашыу кеше ҡарарға килә; шулай уҡ музей һәр йывл һайын 3500 ашыу студентҡа белем биреү программаһын бирә[1]. 2010 йылдың июлендә музей ябыла[2][3].

Музейҙың рәсми миссияһы ошонан ғибәрәт: «беҙҙең ҡала, беҙҙең дәүләт һәм төбәк тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау, аңлатыу һәм уны күрһәтеү. Музей йәмәғәтселек ҡаҙанышы булып тора: бында күргәҙмәләр ойошторола, белем биреү программалары, семинар һәм башҡа мәҙәни саралар» үткәрелә[4].

Музей урынлашҡан бина төньяҡ каролина архитекторы Дон Стюарт проекты буйынса 1968 йылда төҙөлә[5] . Шул уҡ ваҡытта бында Чапел-Хиллдың асыҡ китапханаһы урынлашҡан була [6]. Бина заманса стилдә төҙөлһә лә, уның XIX быуат Чапел Хилына ғына хас ҡайһы бер элементтарын осратырға мөмкин, мәҫәлән: бинаның таштан төҙөлөүе йәки бина тирәһендәге үҫемлектәрҙең күп булыуы.

Ҡаланың Эстес- драйв урамында китапхананың яңы бинаһы төҙөлгәндән һуң, иҫке йортта Чапел-Хилл Тарихи йәмғиәтенең офисы урынлаша.

Үрге ҡатта ике галерея арауығы, сувенир магазины, директор кабинеты, ирекмәндәр өсөн бүлмә, аш бүлмәһе һәм оҫтахана урынлашҡан. Бинаның аҫҡы ҡатында кәңәшмәләр бүлмәһе, Тарихи йәмғиәттең кабинеттары, шулай уҡ архив һәм музей экспонаттары һаҡлағысы бар[7].

  1. Morgan, Ed (2007). Raleigh, Durham, Chapel Hill: a photographic portrait, p.107-108. Twin Publishers Lights, Inc. Rockport, Mass.
  2. Chapel Hill Museum to Close. Дата обращения: 13 февраль 2011. 2011 йыл 11 май архивланған.
  3. The Chapel Hill News: Town, museum postpone meeting. Дата обращения: 13 февраль 2011.
  4. Public Hill Chapel Official Website Library "the History of Library" 2016 йыл 3 март архивланған.