Чапел-Хилл музейы
Чапел-Хилл музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1996 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Төньяҡ Каролина |
Урынлашыу | Чапел-Хилл[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2010 |
Йылына инеүселәр һаны | 20 000 |
Рәсми сайт | chapelhillmuseum.org |
Чапел-Хилл музейы (ингл. Hill Chapel Museum) ― АҠШ-тың Төньяҡ Каролина штаты Чапел-Хилл ҡалаһының хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан тыуған яҡты өйрәнеү музейы. 1996 йылда Чапел-Хиллға 200 йыл тулыуға арналған байрамды ойоштороу комитеты инициативаһы менән нигеҙләнгән. Музей барлыҡҡа килгәндән һуң ун йыл буйы Чапел-Хилл музейын йылына 20 000 ашыу кеше ҡарарға килә; шулай уҡ музей һәр йывл һайын 3500 ашыу студентҡа белем биреү программаһын бирә[1]. 2010 йылдың июлендә музей ябыла[2][3].
Музейҙың рәсми миссияһы ошонан ғибәрәт: «беҙҙең ҡала, беҙҙең дәүләт һәм төбәк тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау, аңлатыу һәм уны күрһәтеү. Музей йәмәғәтселек ҡаҙанышы булып тора: бында күргәҙмәләр ойошторола, белем биреү программалары, семинар һәм башҡа мәҙәни саралар» үткәрелә[4].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музей урынлашҡан бина төньяҡ каролина архитекторы Дон Стюарт проекты буйынса 1968 йылда төҙөлә[5] . Шул уҡ ваҡытта бында Чапел-Хиллдың асыҡ китапханаһы урынлашҡан була [6]. Бина заманса стилдә төҙөлһә лә, уның XIX быуат Чапел Хилына ғына хас ҡайһы бер элементтарын осратырға мөмкин, мәҫәлән: бинаның таштан төҙөлөүе йәки бина тирәһендәге үҫемлектәрҙең күп булыуы.
Ҡаланың Эстес- драйв урамында китапхананың яңы бинаһы төҙөлгәндән һуң, иҫке йортта Чапел-Хилл Тарихи йәмғиәтенең офисы урынлаша.
Үрге ҡатта ике галерея арауығы, сувенир магазины, директор кабинеты, ирекмәндәр өсөн бүлмә, аш бүлмәһе һәм оҫтахана урынлашҡан. Бинаның аҫҡы ҡатында кәңәшмәләр бүлмәһе, Тарихи йәмғиәттең кабинеттары, шулай уҡ архив һәм музей экспонаттары һаҡлағысы бар[7].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Morgan, Ed (2007). Raleigh, Durham, Chapel Hill: a photographic portrait, p.107-108. Twin Publishers Lights, Inc. Rockport, Mass.
- ↑ Chapel Hill Museum to Close . Дата обращения: 13 февраль 2011. 2011 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
- ↑ The Chapel Hill News: Town, museum postpone meeting . Дата обращения: 13 февраль 2011.
- ↑ Hill Museum Chapel Official Website 2011 йылдың 25 июль көнөндә архивланған.
- ↑ More about information stewart don 2017 йылдың 15 май көнөндә архивланған.
- ↑ Public Hill Chapel Official Website Library "the History of Library" 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған.
- ↑ Hill Museum History Chapel 2016 йылдың 24 март көнөндә архивланған.