Муса Улыев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Муса Улыев (1773—?) — 1773—1775 йылдарҙағы Е.И. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачев полковнигы. Ырымбур провинцияһы Сәйет биҫтәһенең сауҙагәр татары. Шул уҡ биҫтәнең старшинаһы. Ихтилалға 1773 йылдың октябрендә ҡушыла, Ырымбур ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша. 1774 йылдың март аҙағында Татищев ҡәлғәһе янында, Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылғандан һуң, хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡушыла. А.Т. Соколовты ҡулға алыуҙа ҡатнаша. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереүҙәрҙә була. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт энциклопедияһы.