Мәрмәр мәмерйә (Косово)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Мәрмәр мәмерйә
алб. Shpella e Gadimës (Shpella Mermerit), сер. Мермерна пећина (Mermerna pećina)
Shpella e gadimes foto Arben Llapashtica.jpg
42°28′48″ с. ш. 21°12′20″ в. д.HGЯO
ИлКосово Республикаһы Косово Республикаһы
Оҙонлоғо1260 м
Күләме1350 м³
Асылған йылы1969
Типкарст
һыйҙырышлы тоҡомдармәрмәр, эзбизташ
Мәмерйәгә инеү юлы4
Косово позиция картаһы әлегә юҡ.
Commons-logo.svg Мәрмәр мәмерйә Викимилектә

Мәрмәр мәмерйә (алб. Shpella e Gadimës, шулай уҡ Mermerit Shpella, сер. Мермерна пећина/Mermerna pećina) — Косово Республикаһының Липлян биләмәһенә ҡараған Түбәнге Гадиме ауылына (сер. Доње Гадимље) яҡын ерҙәге мәмерйә. Жеговац тау теҙмәһенән көнбайышта, Приштинанан 20 саҡрымдай көньяҡтараҡ, Скопье юлына йәнәшә урынлашҡан. Клисир йылғаһының ике ярында ла мәмерйәгә инеү урыны бар (алб. Klysyr), йылға тамағынан 6 −10 метр өҫтәрәк — өсәүһе йылғаһының уң ярында һәм берәүһе һул яҡ ярында[1].

Мәмерйә, һирәк күренеш һаналған, мәрмәрҙең карст процесы арҡаһында барлыҡҡа килә. Мәмерйәгә тәү тап булғанда, уны тулыһынса тиерлек бысраҡ һәм ылымыҡ баҫҡан була. Мәрмәр мәмерйәһенең төрлө яҡҡа айырылған тармаҡтары әле булһа таҙартылып бөтмәгән, шунлыҡтан тикшерелмәгән. Әлегә билдәле коридорҙарының дөйөм оҙонлоғо яҡынса — 1260 метр, ә майҙаны 1350 m² тәшкил итә. Иң аҫҡы ҡатында 25-тән ашыу тотороҡло күл бар, уларҙың тәрәнлеге 10 метрға тиклем барып етә. Мәмерйә коридорҙарында күп һанлы сталактиттар һәм сталагмиттар осрай. Ошонда уҡ оҙонлоғо 30 сантиметрға еткән, төрлө йүнәлештә үҫеүсе арагонит кристалдары ла тап була.

Мәмерйә 1969 йылда асыла. Ошо ерҙә йәшәгән Әхмәт исемле кеше, үҙ ихатаһында таш сығарғанда, мәмерйәгә инеү урынына юлыға. Шул уҡ йылда мәмерйәгә инеү урынындағы 56,25 гектар майҙанлы биләмә тәбиғәт ҡомартҡыһы (III категория буйынса Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы|IUCN) тип иғлан ителә. 1976 йылға мәмерйә йыһазландырыла, һәм ул туристарҙы ҡабул итә башлай. Төп инеү урынында ауыр тимер ишек ҡуйылған[2], мәмерйәгә эт йәки башҡа хайуандар менән инеү тыйылған[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Sabri AVDULLAHI et al. GADIME CAVE IN KOSOVO, ITS GEOTOURIST VALUES AND IMPACTS : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] // GeoJournal of Tourism and Geosites. — 2013. — Май. — Vol. 11, no. 1. — С. 7-15. — ISSN 2065-0817.
  2. Footsteps in Kosovo
  3. Shpella e Mermert — Gadime Marble Cave