Эстәлеккә күсергә

Мөхәммәҙиев Рәйес Ғатаулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөхәммәдиев Рәйес Ғатаулла битенән йүнәлтелде)
Мөхәммәҙиев Рәйес Ғатаулла улы
Тыуған көнө

1946

Мөхәммәҙиев Рәйес Ғатаулла улы (татар. Мөхәммәдиев Рәис Гатаулла улы) — Башҡортостанда йәшәп ижад итеүсе татар яҙыусы-фантасты.

Рәйес Ғатаулла улы Мөхәммәҙиев 1946 йылда Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Сазоновка ауылында тыуған. Татарстандың Мөслим районы Күбәк урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1965 йылда Ҡазан дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас хәрби хеҙмәттә була, Себер яҡтарында эшләп йөрөй.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Шишмә районындағы Ибраһим ауылында йәшәй.

Р. Мөхәммәҙиевтың ҡәләме 3. Мәхмүдиҙән айырмалы булараҡ, ғаләми фантастикала була. Ул сит ер-сит планеталар менән бәйле, үтә лә ғәжәйеп мажаралар хаҡында яҙа, оригинал образдар, ситуациялар уйлап таба. Уның әҫәрҙәре уҡыусының уның, хистәрен иң элек ахырғаса киренкелектән тота, ә конфликт иң һуңғы юлдарҙа ғына ишелеп китә. Был үҙенсәлек Р. Мөхәммәдиев әҫәрҙәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итә. Рәйес Мөхәммәдиев — Ғаләмдең алыҫ сиктәрендә яңынан-яңы әхлаҡи һынауҙар менән осрашҡан астронавтар тураһында ҡыҫҡа, һүрәтләмә хикәйәләр оҫтаһы.[1]

Дистәләгән фантастик хикәя һәм повесть авторы. Татар телендә «Билгесез планетада: фантастик hәм маҗаралы повестьлар hәм хикәяләр» (Билдәһеҙ планетала: фантастик һәм мажаралы повестар һәм хикәйәләр») йыйынтығын сығара.

  • Билдәһеҙ планетада/ Билгесез планетада
  • Донъяла ниҙәр юҡ/ Дөньяда ниләр юк
  • Хөкөм/ Хөкем
  • Әүл ия/ Әүл ия
  • Йәүһәр планета/ Җәүһәр планета
  • һ.б.