Мөхәмәтйәрова Гүзәл Тимербәк ҡыҙы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Мөхәмәтйәрова Гүзәл Тимербәк ҡыҙы (1978) — рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы (2006). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — «Аҡ тирмә» кейеҙ коллекцияһын йыйғаны өсөн (2007).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гүзәл Тимербәк ҡыҙы Мөхәмәтйәрова 1978 йылда Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
Рәсем төшөрөргә яратҡан ҡыҙ 1992 йылдан Стәрлетамаҡтың 1-се балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә. Уның уҡытыусыһы талантлы профессиональ рәссам Хөснөтдинов Рәйес Миңлейәр улы була[1]. Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлай (2000)[2]. Институтта уҡыған йылдарҙа биҙәү-ғәмәли сәнғәте менән етди ҡыҙыҡһынып китә, бигерәк тә уны артабан диплом эшенең етәксеһе булған Стратонова Лидия Михайловна эштәренең стиле хайран итә[1].
2001—2007 йылдарҙа үҙе уҡыған Стәрлетамаҡ балалар сәнғәт мәктәбендә — уҡытыусы, 2007 йылдан директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары була.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижади эшмәкәрлеген туҡып яһалмаған һәм классик гобеленда башлай (2000 йылда), 2003 йылдан алып художестволы кейеҙ эшкәртеүҙә шөғөлләнә.
2003 йылдан кейеҙ баҫыуҙың традицион техникаһын үҙләштереү буйынса республика семинар-практикумында стажировка үтә. Сәнғәт мәктәбенән Әбйәлил районының Буранғол ауылында Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған семинарға барыу Гүзәлдең тормошон ҡырҡа үҙгәртә, аныңлыҡ индерә, ул бында кейеҙгә «ғашиҡ була»[1].
2001 йылдан алып республика, Бөтә Рәсәй, региональ, халыҡ-ара, шул иҫәптән махсус (биҙәү-ғәмәли сәнғәт) конкурстарында ҡатнаша. «Ваҡыт» эшен Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Мухаметдинова Вера Николаевна менән берлектә ижад итә.
Гүзәл Мөхәмәтйәрова 2002 йылдан Башҡортостандың Көньяҡ рәссамдары ассоциацияһы, ә 2006 йылдан — Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2007)
- Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы стипендиаты (2006)
- «Лучший работник культуры года» (2009)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Гузель Мухамедьярова. Нетканый гобелен. 2018 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ ДЕКОРАТИВНО-ПРИКЛАДНОЕ ИСКУССТВО 2019 йыл 11 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ДЕКОРАТИВНО-ПРИКЛАДНОЕ ИСКУССТВО 2019 йыл 11 апрель архивланған.
- Гузель Мухамедьярова. Нетканый гобелен. 2018 йыл 20 апрель архивланған.
- Мухамедьярова Гузель Тимербековна