М. Х. Дулати исемендәге Тараз төбәк университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәте «М.Х. Дулати сиемендәге Тараз төбәк университеты»
(Дулати университеты / Dulaty University)
Асылған йылы

1958

Ректор

Мөхтәр Байжуманов[1]

Урынлашыуы

Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан, Тараз

Юридик адресы

Ҡаҙағстан, Тараз ҡалаһы, Сөләймәнов урамы, 7

Сайт

http://dulaty.edu.kz/

Логотип

М. Х. Дулати исемендәге Тараз төбәк университеты (ҡаҙ. М. Х. дулати атындағы Тараз өңірлік университеты) — Тараз ҡалаһында юғары уҡыу йорто. 1958 йыда нигеҙләнгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Х. Дулати исемендәге Тараз дәүләт университеты[2] 1998 йылда өс юғары уҡыу йорто: Жамбыл университеты, Жамбыл гидромелиорация-төҙөлөш институты һәм Жамбыл еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологик институты базаһында ойошторола.

2020 йылдың 16 июнендә хужалыҡ алып барыу хоҡуғындағы Ҡаҙағстан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының "Тараз дәүләт педагогия институты" региональ дәүләт предприятиеһы һәм хужалыҡ алып барыу хоҡуғындағы Ҡаҙағстан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының М.Х. Дулати исемендәге Тараз дәүләт университеты ҡушылыуы менән коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәтенең М.Х. Дулати исемендәге Тараз дәүләт университеты итеп үҙгәртелә.

Мөхәммәт Хәйҙәр Дулати исемендәге Тараз дәүләт университеты Республиканың иң ҙур дәүләт юғары уҡыу йорттарының береһе. Университет 105 һөнәр буйынса күп профилле әҙерлек алып бара, шул иҫәптән: 63 бакалавриат, 39 магистратура һәм 3 PhD докторантура. ТарДУ бөтә йүнәлештәр буйынса белем биреү гранттарына эйә. Бынан тыш, университетта 5 хәрби-иҫәп һөнәре буйынса кадрҙар әҙерләүсе хәрби кафедра эшләй[3]. Студенттарҙың дөйөм контингенты 15 мең самаһы тәшкил итә, уларҙың меңдән ашыуы дәүләт белем биреү гранты буйынса уҡый. Университеттың төп үҙенсәлеге булып профессор-уҡытыусылар составының юғары ғилми-педагогик кимәле тора: 605 штатлы уҡытыусынан 40 фән докторы, профессор, 231 фән кандидаты, доцент, 15 phd докторы, 196 магистр. Уҡытыусыларҙың 95 проценты тиерлек дәүләт телендә дәрестәр үткәрә[3].

Университетта 5 ябыҡ спорт залы, студенттарҙың ялын ойоштороу өсөн Йәштәр һарайы, 3 студенттар ятағы, «Жасоркен» спорт-һауыҡтырыу лагеры, ашханалар, кафелар һәм буфеттар эшләй[4].

2021 йылдың 17 майынан 2022 йылдың 16 авгусына тиклем университет ректоры булып Тәлғәт Ешенҡолов тора. 2022 йылдың 1 декабренән алып ректоры — Байжуманов Мөхтәр Казбек улы.

Институттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • "Остаз" институты
  • "Һыу хужалығы, экология һәм төҙөлөш" институты

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт Хәйҙәр Дулати исемендәге Тараз дәүләт университеты 10 факультеттан тора: нефть газ һәм механика, һыу хужалығы, экология һәм төҙөлөш, технология факультеты, гуманитар-социаль фәндәр факультеты, юридик факультет, иҡтисад һәм бизнес, мәғлүмәт технологиялары, автоматика һәм телекоммуникациялар факультеты, юғары уҡыу йортонан һуң белем биреү факультеты; дөйөм инженер факультеты һәм ситтән тороп һәм дистанцион белем биреү факультеты һәм сәнғәт һәм спорт факультеты.

Әлеге ваҡытта университет ғалимдары сит ил белгестәрен һәм ғалимдарын хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып бара, сөнки юғары уҡыу йортонда наноинженер тикшеренеү алымдарының инженерлыҡ лабораторияһын төҙөү буйынса яуаплы эш алып барыла[5].

Ғилми-тикшеренеү институттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғилми-тикшеренеү лабораторияһы наноинженер тикшеренеүҙәр ысулдары. А.С. Әхмәтова.

Ректорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бишембаев Вәлихан Козыкей улы (1998—2001)
  • Бектурғанов Әбдиманап Еликбай улы (2001—2008)
  • Әхмәтов Әшимжан Сөләймәнов улы (2008—2012)
  • Һарыбеков Мәхмәтғәли Нурғәли улы (2012—2021)
  • Әмирбәкулы Ержан (2021)
  • Ененҡолов Тәлғәт Ильяс улы (17.05.2021—16.08.2022)
  • Байжуманов Мөхтәр Ҡаҙбәк улы (01.12.2022)

Примечания[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Назначен новый ректор Таразского регионального университета им. М.Х.Дулати. www.inform.kz (10 апрель 2024). Дата обращения: 10 апрель 2024. Архивировано 10 апрель 2024 года.
  2. Таразский региональный университет имени М.Х. Дулати. dulaty.kz. Дата обращения: 10 апрель 2024.
  3. 3,0 3,1 Таразский государственный университет имени Мухаммеда Хайдара Дулати. studlife.kz. Дата обращения: 10 апрель 2024.
  4. Таразский государственный университет им. М.Х.Дулати. vipusknik.kz. Дата обращения: 11 апрель 2024.
  5. ТарГУ. Таразский государственый университет им. М.Х.Дулати. bakalavr-magistr.ru. Дата обращения: 11 апрель 2024.

Ссылки[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Казахская национальная энциклопедия.