Эстәлеккә күсергә

Нанкин университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Наньцзин университеты битенән йүнәлтелде)
Нанкин университеты
Исеме

ҡыт. ғәҙәти 南京大學, ябайл. 南京大学, пиньин: Nánjīng Dàxué

Элекке исеме
  • Nanking Taihsueh (258-1902)
  • Sanjiang Normal College (1902-1915)
  • Nanking Higher Normal School (1915-1921)
  • Көньяҡ-көнсығыш милли университеты (1921-1928)
  • Үҙәк милли университеты (1928-1949)
Асылған йылы

258 йыл[Note 1]

Тип

дәүләт

Студенттар

яҡынса 27 000

Урынлашыуы

Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР, Цзянсу, Нанкин

Сайт

http://www.cu.edu.eg/

Нанкин университеты (Наньцзин университеты; ҡыт. ғәҙәти 南京大學, ябайл. 南京大学, пиньин: Nánjīng Dàxué; көндәлек тормошта ҡыт. ябайл. 南大, пиньин: Nándà) — Ҡытайҙың иң боронғо һәм абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһе. Илдең элекке баш ҡалаһы Нанкинда урынлашҡан.

Хәҙерге университеттан алдараҡ донъялағы иң боронғоларҙан тип иҫәпләнгән император университеты эшләгән. Император университеты 258 йылда Өс батшалыҡ дәүерендә, У батшалығында асылған һәм 317 йылда 155 яңы класс өҫтәлеп киңәйтелгән. XV быуатта Мин династияһы осоронда университетта 10 мең студент белем алған, был уны донъялағы иң ҙур уҡыу йорто дәрәжәһенә күтәргән.

1902 йылда Саньцзян педагогия институты асыла, бер аҙ ваҡыт үткәс ул Нанкин университеты башында булған 9 уҡыу йортона бүленә.

Яңы уҡыу йорто бик тиҙ Ҡытайҙа иң абруйлылар рәтенә инә. Бында билдәле ҡытай һәм сит ил профессорҙары һәм ғалимдары лекциялар уҡый, улар араһында Лян Цичао, Джон Дьюи, Бертран Рассел, Рабиндранат Тагор һ.б. булған.

1950 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә.

Хәҙерге ваҡытта университетта 27 мең студент, шул иҫәптән 5 мең кандидат һәм аспирант белем ала.

Хәҙерге тулы университет курсы 4 йылға иҫәпләнгән, ҡайһы бер дисциплиналар буйынса 5 йыл уҡыйҙар. Университет илдәге иң яҡшы фәнни китапханаға эйә, бында яҡынса 4 миллион китап, шулай уҡ компьютер үҙәктәре һәм лабораториялары бар.

  1. According to The History Evolution of National Central University (R.O.C. 26, 1937 CE) (《國立中央大學沿革史》 中華民國二十六年), it was founded in the winter of the first year of Yong'an reign (258 CE). Since the origination in CE 258, the public higher learning institution in Nanjing changed in each dynasty or period. It was evolved to be a modern school in 1902 in late Qing. Liangjiang Higher Normal School was closed in the end of 1911 when the Qing dynasty was overthrown. In 1915 after the Republic of China was founded, Nanking Higher Normal School was established to replace the Liangjing Normal School, and in 1949 when the Republic of China was replaced by the People's Republic of China in mainland, its name was changed from National Central University to Nanjing University.