Эстәлеккә күсергә

Мальта милли партияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Националистическая партия Мальты
Partit Nazzjonalista
Лидер:

Симон Бусуттил

Төҙөлгән ваҡыты:

1880, восстановлена под современным названием в 1926

Штаб-квартира:

Ид-дар Чентрали, Три Херберт Канадо, Пьета

Идеология:

Христианская демократия, консерватизм

Интернационал:

Европейская народная партия, Центристский демократический интернационал

Сайт:

http://www.pnm.org.mt

Мальта милли партияһы (ингл. Nationalist Party, мальт. Partit Nazzjonalista) — Мальтаның ике төп сәйәси партияһының береһе (Лейбористар менән бер рәттән), христиан-демократик йүнәлеш алып бара.

Партияға 1880 йылда Фортунато Мицци тарафынан Мальтаның белем биреү һәм юридик системаларын инглизләштереүгә ҡаршы сығыш яһаусы булараҡ нигеҙ һалына. Партияның төп өлөшөн Италиянан сыҡҡан либераль ҡарашлылар тәшкил итә, был сиркәү менән насар мөнәсәбәттәргә килтерә. Артабанғы йылдарҙа партия тәүҙә колониаль власть һәм уларҙың дошмандары менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартыу өсөн сығыш яһаусы абстенционистарға тарҡала. Беренсе беренсе донъя һуғышынан һуң партия Мальта берҙәм сәйәси союзына һәм радикаль итальян-милли демократик партияға бүленә. Мальта берҙәм сәйәси союзы 1924 йылға тиклем лейбористар ярҙамында Говард Джозеф, Бухаджир Франческо һәм Уго Паскуале Мифсуд етәкселегендә 1921—1927 йылдарҙағы хөкүмәт ойоштора. 1926 йылда партиялар йәнә итальян Милли партияһы ойоштороп берләшә, 1932 йылдағы һайлауҙа 32 урындың 21-ен йыйып еңеп, Мифсуф етәкселегендә хөкүмәт барлыҡҡа килтерә, ләкин киләһе йылда Бөйөк Британия, Милли партияның фашистик Италияға яҡын булыуы сәбәпле, Мальта автономияһын бөтөрә. Икенсе донъя һуғышы осоронда ҡайһы бер партия етәкселәре, шул иҫәптән, буласаҡ премьер Мицци Энрико, Италия яҡлы булыуҙары сәбәпле, Угандаға депортациялана. Партия 1950—1955 йылдарҙа лейбористарҙан алыҫ торған Мальта эшсе партияһы ярҙамында Мальта хөкүмәте ойоштора.

1962 йылда Джордж Бордж Оливье етәкселегендәге Милли партия лейбористар партияһындағы тарҡаулыҡ һәм кризистар арҡаһында власҡа килә һәм унда 1971 йылға тиклем ҡала. 1964 йылда Мальтаның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. 1981 йылда Милли партия Эдди Фенек Адами етәкселегендә күпселек тауыш ала, әммә парламентта күпселек урынды яулай алмай, һәм һөҙөмтәлә депутаттар ултырыштарҙа ҡатнашыуҙан баш тарта. 1987 йылда йәнә власҡа килә һәм 1996 йылға тиклемге хөкүмәт ойоштора. Власҡа 1998 йылда кире килә. 1990 йылда Мальта ЕС-ҡа инеү тураһында һөйләшеүҙәр башлай һәм, уңышлы референдумдан һуң, уға 2004 йылда инә.

Милли партия Европа халыҡ партияһына инә һәм һайлауҙар йомғаҡтары буйынса 2004 һәм 2009 йылдарҙа Европа парламентында ике урын ала, ике тапҡыр һайлауҙарҙа еңелә..

2008 йылда партияның яңы штаб-фатиры асыла.

2013 йылғы һайлау йомғаҡтары буйынса парламентта 69 депутат урынының 30-ын ала һәм оппозицияға китә.

Партия лидерҙары исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]