Дачала (хикәйә)
Дачала | |
Нигеҙләү датаһы | 1886 |
---|---|
Атамаһы | На даче |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 25 май (6 июнь) 1886 |
Баҫылған | Будильник[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Дачала — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, шул уҡ йылдың 25 майында «Будильник» журналының 20-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. П. Чеховтың «Дачала» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған, шул уҡ йылдың 25 майында «Будильник» журналының 20-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Хикәйә 1899 «Будильник» журналының юбилей һанында ла баҫыла. «Будильник» журналының юбилей һанындағы баҫмаһы менән Чехов ҡәнәғәт булмай, сөнки уның корректураһы яҙыусыға ебәрелмәгән була.
Чехов тере саҡта хикәйә фин һәм чех телдәренә тәржемә ителә.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәләге ваҡиға дачала бара. Бер ваҡыт Павел Иваныч Выходцев: «Мин Һеҙҙе яратам. Һеҙ минең тормошом, бәхетем, Һеҙ минең өсөн — барыһы ла! Аңлатып яҙғаным өсөн ғәфү итегеҙ, ғазапланып, өндәшмәй ҡалырлыҡ көсөм юҡ. Мин Һеҙҙең минең тойғома яуап биреүегеҙҙе һорамайым, бары тик мин йәлләүегеҙҙе генә һорайым. Бөгөн киске һигеҙҙә, зинһар өсөн, иҫке беседкаға килегеҙ… Исемемде яҙып тороуҙы килештермәйем, анонимдан ҡурҡмағыҙ. Мин йәш, матурмын… тағы нимә һеҙгә кәрәк инде?».
Павел Иваныч Выходцев, хатты алғас, байтаҡ был хатты кем яҙғанлығын белергә тырышып ултыра, осрашыуға барырғамы-юҡмы тип баш вата. Ахыр сиктә, ярар, мөхәббәт шул тиклем уҫал нимә, кәрәк булһа хатта кәзә тәкәһен дә яратырға мөмкин, тип осрашыуға барырға була.
Уның ҡатыны иренең нишләп былай уйланып ултырыуы һәм ҡайҙа барырға йыйынғаны тураһында һорай. Выходцев йөрөп килергә уйлауын әйтә.
Осрашыу була торған беседкаға килгәс, ул үҙенең дачаһында йәшәгән студент ҡәйнеше Митяны күрә. Уларҙың икеһенең дә беседканан бер ҙә сығып киткеһе килмәй. Митя бында кандидатлыҡҡа эш яҙыу тураһында уйлай, ә Выходцевҡа беседкала һыуыҡ булып китә. Ҡапыл ғына беседкала ҡатын-ҡыҙ бите күренеп ҡала ла юғала. Бындағыларҙың икеһе лә ҡатынды хаттың авторы тип уйлай, һәм улар бер-береһенә ҡасмасаулаған өсөн, тиргәшә һәм таралышып китә.
Киске аш ваҡытында Павел Иваныч менән Митя турһайышып ултыра, шунан Выходцевтың ҡатыны уларҙың икеһен дә өйҙән сығарып ебәргән арала иҙән йыуып алырға теләп, улапҙың икеһенә лә бер үк йөкмәткеле хат яҙыуы тураһында әйтә. Был хәбәр көндәштәрҙе яраштыра.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. В номерах // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 67 à Kikine, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Traduction d'Édouard Parayre, Les Éditeurs Français Réunis, 1958.
Экранлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На даче (мультфильм) — режиссёр Григорий Ломидзе, Союзмультфильм, 1954.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. На даче 2017 йыл 3 июнь архивланған.. Оригинальный русский текст