Мореснет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Нейтраль Мореснет битенән йүнәлтелде)
Мореснетттың рәсми булмаған байрағы (1883)

Мореснет (Морне) йәиһә Нейтраль Мореснет (Нейтраль Морне) – 3,5 кв. км. ҙурлығындағы 1816 йылдан 1919 йылға тиклем йәшәгән кес кенә Европа иле. Уның ике ҙур күршеһе – Нидерланд һәм Пруссия - был ерҙәр кемгә тейеш булыуында уртаҡ фекергә килә алмай, һөҙөмтәлә, уны ике ил дә тигеҙ етәкселек иткән нейтраль өлкә яһарға ҡарар итә. Һуңынан был өлкә үҙаллылыҡ ала. Төрлө илдәрҙән ҡасҡалаҡтар Мореснетҡа ағыла, бында полиция булмай, бында йәшәүселәр гражданлығы булмаған кешеләр булып һанала, әммә уның үҙ гербы һәм флагы була. Тик 1919 йылдан һуң ғына – Беренсе донъя һуғышынан һуң – Версаль Килешеүе буйынса Нейтраль Мореснет Бельгия ҡарамағына күсә.

Барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мореснетттың урыны һәм тирә-яғы.

1815 йылғы Вена конгресы барышында Европа картаһы сәйәси көстәрҙең яңыса бүленеүенә яраҡлаштырыу өсөн байтаҡҡа үҙгәртелә. Яңынан һыҙылырға тейеш сиктәрҙең береһе – яңы Нидерланд Ҡушма короллеге һәм Пруссия араһында була. Сиктең күпселек өлөшөндә һәр яҡ та элекке һыҙыҡтар менән ризалаша, тик Мореснет өлкәһендә генә ҡыйынлыҡтар тыуа. Мореснет һәм Яңы Мореснет ауылдары эргәһендә ҡиммәтле цинк табыу шахтаһы урынлашҡан була. Нидерланд та, Пруссия ла был ятҡылыҡты үҙ өлөшөнә керетергә теләй. 1816 йылдың 26 июнендә килешеү юлы табыла: Мореснет өлкәһе өс өлөшкә бүленә. Мореснет ауылы Нидерландтыҡы, Яңы Мореснет – Пруссияныҡы, ә шахта һәм күрше урынлашҡан Келмис ауылы ике яҡ та етәкселек иткән уртаҡ өлкә тип табыла. Сиктәр 1818 йылдың 23 сентябрендә рәсми билдәләнә.

Нейтраль Мореснет формаһы менән нигеҙе Ахендан Льежға барған төп юлда булған өсмөйөшкә оҡшаш була. Ауыл һәм шахта ошо юлдың нәҡ төньяғында урынлашҡан. 1830 йылда, Бельгия Нидерландтан бойондороҡһоҙ дәүләткә әүерелгәс, Мореснет менән идара итеүҙә ҡатнашыу Нидерландтан Бельгияға күсә.

Нейтраль Мореснетта йәшәүселәрҙең төп эшмәкәрлек урыны цинк шахтаһы була, һәм ул күрше илдәрҙән күп кенә эшселәрҙе үҙенә йәлеп итә, шулай ҙа был өлкәлә йәшәүселәр һаны бер ҡасан да 3000-дән артмай. Бында йәшәүҙең ҡайһы бер өҫтөнлөктәре була, мәҫәлән, түбән һалымдар, ике күрше ил өсөн дә тауар керетеү өсөн һалымдарҙың бөтөнләй булмауы, хаҡтарҙың түбәнлеге. Почта хеҙмәте һымаҡ күпселек хеҙмәттәр Бельгия һәм Пруссия араһында бүленгән була. Урындағы халыҡтың шулай уҡ ҡайһы илдең хәрби хезмәтен үтергә һем ҡайһы илдең юрисдикцияһына ҡарарға икәнен һайлау мөмкинселеге була. Бында йәшәүҙең кире яғы – Нейтраль Мореснетта йәшәүселәр бер илдең дә гражданы булып һаналмай, һәм Мореснеттың үҙ хәрби көстәре булмай.

Юҡҡа сығыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1885 йылда, шахта тотонолоп бөткәс, Нейтраль Мореснеттың артабанғы яҙмышы тураһында икеләнеүҙәр үҫә башлай. Был өлкәлә казино йә почта хеҙмәте һымаҡ үҙаллы ойошма булдырыу тураһында фекерҙәр тәҡдим ителә, ләкин был тәҡдимде урындағы үҙидара органы кире ҡаға. Иң шәп тәҡдимде доктор Вильгельм Молли яһай - ул 1908 йылда ул Нейтраль Мореснетты эсперанто теле төп теле булып һаналған илгә әүерелдерергә тәҡдим итә.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ҙур булмаған илдең үҙаллылығы аҙағына яҡынлаша. Бельгия ла, Германия ла уға булған дәғүәһенән бер ҡасан да баш тартмай. 1914 йылда, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында, Германия Бельгияны баҫып ала һәм 1915 йылда был өлкәне үҙ биләмәләренә ҡуша.

1919 йылғы Версаль килешеүе Нейтраль Мореснетты Бельгия ҡарамағына биреп, йөҙ йыл элек иғлан ителгән нейтраль өлкә мәсьәләһен хәл итә. Германия Икенсе донъя һуғышы ваҡытында был өлкәне ҡыҫҡа ваҡытҡа үҙ биләмәләренә ҡайтанан ҡуша, әммә ул 1944 йылда Бельгияға кире ҡайтарыла.

Бөгөнгө көндә донъя эсперантистарында был өлкәнең тарихы Доктор Молли тәҡдим иткән Эсперанто иле булараҡ ҡыҙыкһыныу уята. Яңы Мореснеттағы ҙур булмаған музей Нейтраль Мореснетка арналған экспонаттарҙы ла үҙ эсенә ала.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]