Николай Чудотворец сиркәүе (Елань)
Николай Чудотворец сиркәүе —Ростов өлкәһе Шолохов районы Елань станицаһындағы православие сиркәүе. Изге Николай Чудотворец хөрмәтенә төҙөлгән. Мәскәү Патриархаты Шахты һәм Миллерово епархияһына ҡарай.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1730 йылға тиклем төҙөлгән ағас сиркәү Елань станицаһын икенсе урынға күсергәнгә тиклем (Внешенская станицаһы бик ныҡ ҙур булғанлыҡтан, уның халҡының бер аҙ өлөшө станицаны ташлап) Еланға күскәндәр. Улар үҙҙәре менән бәләкәй сиркәүҙе лә күсереп һалған һәм уны Николай Чудотворец сиркәүе тип атағандар. 1757 йылда иҫке сиркәүҙе шулай уҡ ағас сиркәү менән алыштырғандар.
1767 йылға тиклемге Елань станицаһы утарҙары: Кочетов, Терновой, Галицын, Захаров, Гаврилов, Мохов һәм башҡалар-барлыҡҡа килгән[1]. Әкренләп уларҙың һаны үҫкән һәм ҙур булмаған ағас сиркәү барлыҡ йөрөүселәрҙе һыйҙыра алмаған, шуға күрә яңы таш сиркәү төҙөргә булалар Сиркәүҙең проект авторы- архитектор Иван Егорович Старов. Төҙөлөш 1823 йылда Наполеонды еңеү хөрмәтенә башланған, ә 1826 йылда төҙөлөш эштәре тамамланған.
Йорт классик монументаль ҡоролмалар стилендә һалынған.
Егерменсе быуатҡа һаҡланып ҡалған фотографияларында күренеүенсә сиркәү ионик силендәге колоннадалы өс порталлы, көмбәҙ ҡыйыҡлы булған. Хәҙерге ваҡытта уның колонналары торған бер порталы һаҡланып ҡалған. Сиркәү эсен петербург оҫталары И. Е. Старов эскиздары буйынса биҙәгәндәр. Сиркәүҙең яңы иконостасы мәхәллә кешеләре йыйған аҡсаға һатып алынған..
Ростов өлкәһе Дәүләт архивында Николай Чудотворец сиркәүенең һүрәтләү 1853 йылдағы тасуирламаһы һаҡлана:
«сиркәү кирбестән һалынған, эсе-тышы штукатурланған, йәшел буяуға буялған тимер башлы. Ғибәҙәтхана үҙ эсенә төп бинаны, аш бүлмәһен, ҡыңғырау манараһы ала. Көмбәҙҙәренең башы һәм ундағы тәреләр ҡыҙыл алтын менән ялатылған, сиркәү тимер менн ҡапланған кирбес ҡойма менән уратылған. Сиркәү башы барабанлы көмбәҙ менән ослайып тора, унда ел фонары ҡуйылған, ҡыңғырау манараһы көмбәҙ башлы. „Благовест“ ҙур ҡыңғырауы 100 боттан ауырыраҡ.тартҡан»
Станицала электән йәшәгән кешеләр сиркәүҙә 1744 йылда баҫылған ҡиммәтле Евангелие менән 1704 йылғы " Төҫлө Триодь " булған[2].
1930-се йылдарҙа сиркәү емерелә һәм ябыла, ҡыңғырауы бәләкәй киҫәктәргә ватыла һәм сиркәүҙән металл ҡойорға алып кителө, сиркәү ҡоймаһы һүтелә. Сиркәү бинаһынан иген склады яһағандар. Отец Афанасий ҡулға алынған, уның яҙмышы әлегә тиклем билдәһеҙ ҡалған.
Һуғыш ваҡытында бында Ҡыҙыл армия һалдаттары, аҙаҡ әсирлеккә төшкән итальян һалдаттары торған.
Елань станицаһы һуғыш ваҡытында немецтар оккупацияһына эләкмәһә лә, һәр ваҡыт немец уты аҫтында торған. Снарядтарҙың береһе сиркәү йортона төшкән, ләкин сиркәү емерелмәй ҡалған.
Һуңыраҡ, 1990-сы йылдарҙа, мәхәллә кешеләре тарафынан сиркәүҙе яңынан тергеҙеү башланған, бының өсөн аҡса йыйылған. Хәҙер сиркәү территорияһында музей эшләй[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Елань станицаһы - Свято-Никольский храм - 27 Октября 2010 - Храмы Дона . hram2.ucoz.ru. Дата обращения: 5 февраль 2017.
- ↑ Еланская|Церковь Николая Чудотворца . sobory.ru. Дата обращения: 5 февраль 2017.
- ↑ ЕЛАНЬ-"Будет Храм -будет и станица"... volgodonsc.ru. Дата обращения: 4 февраль 2017.