Эстәлеккә күсергә

Нисек яҙырға? (Шәһит Хоҙайбирҙин, 8.02.1924 йыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нисек яҙырға?
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 8 февраль 1924
Выпуск газета "Башкортостан"

«Нисек яҙырға?»— был күренекле совет эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың мәҡәләһе. Ул 1924 йылдың 8 февралендә «Башҡортостан» гәзитендә баҫылып сыҡҡан. 1920-се йылдар башында Башҡортостан АССР-ы етәкселәренең береһе булған Шәһит Хоҙайбирҙин үҙ яҙмаһында башҡорт әҙәби телен булдырыу мәсьәләһе буйынса үҙ ҡарашын белдерә, әҙәби тел халыҡтың күпселегенә яҡын көньяҡ һөйләшкә нигеҙләнергә тейеш тип аңлата.

1920-се йылдарҙа Башҡортостанда дөйөм әҙәби тел нормалары эшләнмәгәнлектән, кем нисек теләй шулай һөйләшә һәм яҙа. Шуға күрә был дәүерҙәге яҙмалар араһында иҫке төрки телдә лә, башҡорт теленең төрлө диалекттарында яҙылғандары ла осрай.

Башҡорт Автономиялы Республикаһы төҙөлөп, башҡорт теле дәүләт теле тип иғлан ителгәс, башҡорт әҙәби телен дәүләт аппаратында, сәнғәт, нәшриәт, матбуғат өлкәһендә файҙаланыу бурысы ҡуйыла. Шәһит Хоҙайбирҙин етәкселегендә махсус комиссия төҙөлә, башҡорт яҙма әҙәби теленең принциптары асыҡла һәм 1924 йылдан алып тормошҡа ашырыла башлай. Шул йылдан башлап «Башҡортостан» гәзите, 1927 йылдан алып «Сәсән» журналы башҡорт телендә донъя күрә.

Башҡорт АССР-ында башҡорт теле 1921 йылда дәүләт теле тип иғлан ителә.

1921 йылдың 9 апрелендә, татар теленән бик ныҡ айырылып тора тип, ҡыуаҡан диалекты (көнсығыш) башҡорт әҙәби теленең нигеҙе итеп раҫлана.

1922 йылда алфавит һәм башҡорт әҙәби теленең орфографияһын төҙөү буйынса махсус комиссия ойошторола (төрлө ваҡытта С.Уфалы, Ш. Хоҙайбирҙин, Г.Шонаси, С.Рәмиев, Х.Кәримов, Ш.Манатов, Дауыт Юлтый). 1923 йылдың 18 февралендә БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы декретына ярашлы, Башҡорт телен ғәмәлләштереү буйынса үҙәк комиссия булдырыла. Был комиссия менән әҙәби телде булдырыу мәсьәләһе менән дә шөғөлләнгән Ш. Ә. Хоҙайбирҙин етәкселек итә[1]. Ш. Ә. Хоҙайбирҙин үҙе әҙәби норма итеп башҡорт һөйләштәренең күбеһенә яҡын юрматы диалектын таныу яҡлы була.

1923 йылдың декабрендә ғәрәп графикаһындағы яңы башҡорт яҙмаһы ҡабул ителә.

1923 йылдың 17 декабрендә, бик күптәр ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, Башҡорт АССР-ы ХКС-ы (СНК) эргәһендәге Академик үҙәк (Шәриф Сөнчәләй) башҡорт әҙәби теленә нигеҙ итеп ҡыуаҡан һөйләшен алыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Ләкин 1924 йылдың 20 февралендә Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты «Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында» ҡарар сығара, уға ярашлы, «Башҡортостандың бөтә төрки халҡына аңлайышлы булырлыҡ итеп» эшкәртеү маҡсаты менән «терәк диалект итеп юрматы диалекты һайлана». Ике һөйләш яҡлыларҙың көрәше һөҙөмтәһендә, башҡорт әҙәби телен ике диалект — ҡыуаҡан һәм юрматы диалекттары нигеҙендә үҫтерергә хәл итәләр[2].

1930—1950 йылдарҙа әҙәби тел йылдам үҫә һәм уның төп функциональ стилдәре нығына. Әҙәби тел нормативтары тотороҡло булһа ла, уның үҫеше буйынса бәхәстәр әле лә бара.

Мәҡәләнең эстәлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хоҙайбирҙин әҙәби башҡорт телен булдырыуҙа бер диалект нормаларына (тау башҡорттары һөйләше) ғына таянып эш итеүгә ҡаршы була. Тел ғилеме өлкәһендә ентекле тикешеренеүҙәр кәрәклеген билдәләй, бәлки көнсығыш башҡорт теле күрше ҡаҙаҡ теле йоғонтоһон да кисергәндер тигән фекерҙе әйтә. Ул киләсәктә төп башҡорт теле табылыр тигән өмөттө белдерә. Ләкин башҡорт телен дәүләт теле итеп ғәмәлгә индергән осорҙа, башҡорт һөйләштәренең тормошҡа ҡайһыһы яҡын, шуныһын алырға тейешбеҙ, тип үҙ фекерен нигеҙләй. Көньяҡ: Ҡыпсаҡ, Юрматы, Ялан, Үҫәргән һәм һаҡмар, төньяҡ башҡорттары (Пермь) һөйләшкән тел башҡорттарҙың күбеһенә яҡын тел тип аңлата.

Үҙ яҙмаһын юрматы (көньяҡ) диалектында яҙҙым, тип, шул килеш, төҙәтмәй баҫтырыуҙы һорай.

«Нисек яҙырға?» «Мәғлүм, башҡорт халҡы бер нисә ырыуға бүленә. Мәҫәлән, билдәлеләренән: Бөрйән, Ҡатай, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Юрматы, Үҫәргән һәм башҡалар. Бына былар белән Һөйләшкәндә телдәрендә күп кенә айырмалар барлығы күренә. Шунлыҡтан, башҡорт телен ғәмәлгә ҡуйырға керешкәс, шул юғарыла күрһәткән ырыуларҙан ҡайһыһын сын башҡорт теле итеп алыу мәсьәләһе тыуһа, икенсе яҡтан, шуларҙың ҡайһыһы ғәмәлдә — эштә үткәҙеүҙе еңел булыу мәсьәләһе тыуа.

Хәҙерге көндә ғилми ойошма (тарих яғын тикшергәнме, юҡмы) сын башҡорт теле тип, үҙләренең тормошлары белән ныҡ связан булған ҡырғыҙларға күрше торған тау башҡортларының телен тәҡдим итеп шуны тормошҡа үткәҙергә тырышып ята.

Мин үҙем дә бер башҡорт балаһы булһам да был турала мыңа хәтле үҙемдең төплө бер фекеремде әйтә алғаным юҡ ине. Хәҙер башҡорт теле ғәмәлдә үткәҙелә башлағас был турала һөйләшергә тейеш икәнлеге күренде. Шунлыҡтан мин мыңа хәтле яҙылып килгән ғилми ойошманың „сын“ башҡорт телендә, минемсә, күренгән етешһеҙлектәре тураһында бер нисә һүҙ әйтеп китмәк булам.

1. Хәҙерге көндә ғилми һәйьәт тарафынан „сын“ башҡорт теле тип алынған тау башҡортлар теле, минемсә, сын башҡорт теле түгел. Ул боҙолған. Аңа нисәмә йөҙ йыллар буйы бергә күрше булып ғүмер итеп килгән ҡырғыҙ ҡәрдәшләренең телләре кереп ҡатышҡан булырға кәрәк. Мыны тау башҡортларының һәр бер һүҙләренән күреп була. Йөмләнән алайыҡ: мәҫәлән, „башҡортлар“ тигән һүҙҙе. Шуны тау башҡортлары „башҡорттар“ ти. Шуның кебек аттар, һарыҡтар, һыйырҙар тиләр. Ә беҙҙә Юрматы, Ҡыпсаҡ башҡортлары был һүҙләрҙе: башҡортлар, атлар, һыйырлар, һарыҡлар тиләр. Менә был „лар“ урынына „тар“, „лы“ урынына „ты“ кебек ҡушымталар ҡырғыҙ-ҡаҙаҡларҙа күп булғаны һәр кемгә мәғлүм. Шунлыҡтан был һүҙләр — ҡушымталар, минемсә, ҡырғыҙ ҡәрдәшләрҙән кергән һүҙләр булырға кәрәк.

Шулай уҡ „лар“ тигән һүҙ татарларҙан да кереүе мөмкин. Шунлыҡтан мин быларҙы тарихен тикшереүселәргә ҡалдырып, хәҙерге көндә башҡорт ырыуларында Һөйләшкән телләренең ҡайһыһы ғәмәлдә анһат үткәҙелеүен иғтибарға алып, „тар“ урынына „лар“ йөрөтөлөргә тейеш тим. Сөнки ул был көнгә хәтле әҙәбиәтләрҙә күренеп килгән кебек тау башҡортларынан башҡа бөтөн башҡорт халҡы шулай һөйләшкәнлектән был һәр кемгә еңел булыр. 2. Булмаһ, аһты, уһты кебек һүҙләрҙе тау башҡорттары шулай һөйләйләр. Ә Ҡыпсаҡ, Юрматы, хатта Үҫәргәнләр, Ялан башҡортлары булмаҫ, аҫты, уҫты тип Һөйләшәләр. Менә был һүҙләр ғәмәлдә — тормошҡа үткәҙгәндә ифрат ауыр. Был һүҙләрҙе түгел татар ҡәрдәшләр әйтеү, беҙ башҡортлар үҙебеҙгә лә әйтеүе ҡыйын. Шуның өсөн был турала башҡорт ырыуларының ҡайһы шиүәһе анһат, шуны тормошҡа үткәҙергә тырышырға кәрәк. Йәғни аһты, өһте тимәйенсә, аҫты, өҫте тип яҙыу күп еңел булғанлыҡтан, шулай яҙырға тейешбеҙ.

3. Ҙең, дең ҡушымталары тураһында: мәҫәлән, тау башҡортларында Усмандың, аттың, һыйырҙың тип һөйләшәләр. Ҡыпсаҡ, Юрматылар, Усмандын, аттын, һыйырҙын тиләр. Был дең, ҙең тигән ҡушымталар, юғарыла әйткәнемсә, ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтарҙа күп. Былар шуларҙан кергән булырға кәрәк. Башҡорттоң үҙ телендә андай ҡушымталар булмаҫҡа кәрәк. Шунлыҡтан, был һүҙлар Уҫмандын, аттын, һыйырҙын тип яҙылыуы матлуп. Мыңа хәтле башҡорт теле тарихи тикшерелеп, башҡорт халҡының ҡайһы ырыуында башҡорт теле таҙа, ысын булып ҡалғанлығы мәғлүм булмағанлыҡтан, һис бер доказательствоһыҙ „тау башҡортлары телен сын башҡорт теле“ тип алып көсләп тормошҡа үткәҙеү минемсә дөрөҫ булмаҫ. Бәлки бер ваҡыт ул төп башҡорт теле табылыр. Ләкин хәҙерге көндә ғәмәлгә үткәҙергә керешкән ваҡытта тормошҡа ҡайһыһы яҡын, шул шиүәне алып тормошҡа үткәҙергә тейешбеҙ. Минемсә, тормошҡа яҡын шул Ҡыпсаҡ, Юрматы, Ялан, Үҫәргән һәм һаҡмар, Пермь башҡортлары һөйләшкән тел. Шуны һәм тормошҡа үткәҙергә тейешбеҙ. Был саҡта хәҙерге көндә тормошларыбыҙ бик ныҡ бәйләнгән татар иптәштәребеҙгәлә күп еңел булып, халҡыбыҙҙың теләге булған ана телен хөкүмәтләштереп тормошҡа куйыу эше тиҙ вежудкә сығыр ине.

1924. Худайберин

Был мәҡәлә Кыпсаҡ, Юрматы башҡорттары теле менән яҙылды. Шул көйө баҫылыуын үтенәм. (Автор иҫкәрмәһе.) Һәйьәт — коллегия. (Автор иҫкәрмәһе.)

Шиүә — диалект».

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең үҫешкән яҙма төрө бар. Әҙәби телдә ғалимдар ғилми хеҙмәттәр, әҙиптәр әҙәби әҫәрҙәр, журналистар публицистик мәҡәләләр яҙа, республикалағы ойошмалар эш ҡағыҙҙары төҙөй.

Яҙма әҙәби телдең нығынған нормалары халыҡтың йәнле һөйләү телмәренә лә көслө йоғонто яһай.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең төҙөк нормаға һалынған фонетикаһы һәм грамматикаһы бар, ә уның лексикаһы үҙенең үҫеш юлын дауам итә. Шәһит Хоҙайбирҙиндың йөҙ йыл элек ғалимдарға башҡорт телен бөгөнгө күҙлектән генә түгел, ә боронғо осорҙарҙан алып уның үҙенсәлектәрен өйрәнеү кәрәк тигән фекере бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала, был башҡорт теле үҫеше өсөн бик мөһим икәненә шик юҡ.

  • Шәһит Хоҙайбирҙиндың дәүләт эшмәкәре булараҡ башҡорт әҙәбиәт телен булдырыуҙағы күрһәткән хеҙмәттәре лә онотолмай[3]
  • Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең журналистар өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин пермияһы[4]
  • Белорет лицей- интернатында уҡыусылар Шәһит Хоҙайбирҙиндың хеҙмәтенә ҙур баһа бирә[5]
  • Ш.Худайбердин. Избранные произведения. Публицистика, воспоминания, рассказы и очерки, стихи. Предисл. Р. Г. Кузыев. Уфа, 1958