Новикова Лилиә Барый ҡыҙы
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Akkashka мөхәррирләй. |
Викидатала элемент юҡ |
Новикова Лилиә Барый ҡыҙы (26.10.1946) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-невролог, Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡыусыһы, медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған табибы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лилиә Барый ҡыҙы Новикова 1946 йылдың 26 октябрендә Красноярск крайының Канск ҡалаһындда тыуған.
1971 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. 1974 йылға тиклем Өфө ҡалаһының 5-се дауаханаһында эшләй. 1977 йылдан БДМУ-ға эшкә килә.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1977 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәмты Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан Өҫтәлмә һөнәри белем биреү институтының неврология һәм нейрохирургия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2004 йылдан Өфөләге Баш ҡан тамырҙары үҙәге һәм Инсульт кисергән ауырыуҙарҙы реабилитациялау үҙәге етәксеһе. 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһының баш неврологы.
Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған табибы. Профессор П. Я. Гапонюк исемендәге премия лауреаты (2013). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2016).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙаш)
- Нейровизуализация в диагностике острого церебрального инсульта: (атлас исследований). Уфа, 2007 (авторҙаш).