Нью-Йорк (ҡунаҡхана, Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҫтәлекле урын
Нью-Йорк (ҡунаҡхана, Новочеркасск)
274x400px
Ил Россия
Ҡала Новочеркасск, Александр урамы, 54
Архитектура стиле модерн
Нигеҙләнгән XIX быуат аҙағы

«Нью-Йорк» ҡунаҡханаһы — Александр урамы, 54[1] һәм Ҡыҙыл ауышлығы киҫешкән ерҙә урынлашҡан йорт. Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһындағы архитектура ҡомартҡыһы һәм мәҙәни мираҫ объекты. Ҡаланы немец илбаҫарҙарынан азат иткән саҡта «Нью-Йорк» ҡунаҡханаһы өҫтөнә ҡыҙыл байраҡ ҡуйылған.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бина XIХ быуат аҙағында төҙөлгән. 1917 йылдың революцияһына тиклем 1 йорт фасады икенсе төрлө биҙәлгән, йорт эсенең интерьеры бай булған. Йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған, унда 1943 йылдың 13 февралендә бина өҫтөнә ҡыҙыл байраҡты икенсе гвардия армияһы һалдаттары Новочеркасскиҙы немец ғәскәрҙәренән азат иткән саҡта ҡуйған тип яҙылған. Был ваҡытта бинла 17-се мәктәп эшләй, һуңынан психоневрологик диспансер урынлашҡан. Йорт архитектура ҡомартҡыһы һәм мәҙәни мираҫ объекты булып 1992 йылда танылған[2].

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бина стиле Новочеркасскиҙағы башҡа ҡоролмаларҙың стилен хәтерләтә, мәҫәлән, «Алтын Якорь» ҡунаҡханаһы[3]. Ике урам мөйөшөндә төҙөлгән йорт урамдағы башҡа йорттарҙы төҙөүгә көслө йоғонто яһай. Йортто төҙөү өсөн ҡыҙыл кирбес ҡулланылған. Йорттоң икенсе ҡатында тышҡа табан сығарылып эшләнгән балкон тора, ул үрелгән тимер менән сикләнгән. Ярым подваллы ике ҡатлы йорт модерн стилендә төҙөлгән. Был хаҡта парапеттың биҙәлеше, пилястрҙар, тәҙрә һәм балкон рәшәткәһе төрҙәре һөйләй[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]