Огиб ыҙаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Огиб ыҙаны
Төп мәғлүмәт
Майҙаны533,0 гектар 
Идара итеүсе ойошмаРостов өлкәһе тәбиғәт ресурстары һәм экология Министрлығы 
Урынлашыуы
47°45′18″ с. ш. 41°02′53″ в. д.HGЯO
РФ субъектыРостов өлкәһе
Рәсәй
Точка
Огиб ыҙаны
Ростов өлкәһе
Точка
Огиб ыҙаны

Огиб ыҙаны— төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле. Ростов өлкәһе Усть-Донецкий районында урынлашҡан. Тоҙло тау биттәре Ростов өлкәһе Хөкүмәте 349 Ҡарары (15.05.2014 йыл) нигеҙендә тәбиғәт һәйкәле статусын алған.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шампиньон
Ежевика
Сколопендра

Огиб ыҙаны — төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт һәйкәле. Ул Ростов өлкәһе Усть-Донецкий районында урынлашҡан. Тоҙло тау биттәре тәбиғәт һәйкәле статусын Ростов өлкәһе Хөкүмәте 349 Ҡарары (15.05.2014 йыл) нигеҙендә ала.

Тәбиғәт һәйкәле Усть-Донецкий районы Түбәнге Кундрючинск участка урмансылығының 48-53 — сө кварталдары майҙанын биләп тора. Тәбиғәт һәйкәле биләмәләре сиктәре көнсығыштан, төньяҡтан һәм көнбайыштан Северский Донец йылғаһының яры буйынан(ял базаһы территорияһынан башҡа) үтә. Көньяҡ сиге Огиб ҡасабаһы территорияһында.

«Огиб» ыҙаны һыу баҫа торған урман, унда имән, ҡарама, саған, тирәк, ерек ағастары үҫә. Ыҙандың үҫемлек һәм хайуандар донъяһы күп төрлө. Бында Ростов өлкәһе Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр һәм хайуандар осрай. Уларға күкшел энтолома. шампиньон, сальвиния, һаҙ калужницаһы инә.

Төп урман ағастары булып имән һәм берест тора. Тәбиғәт һәйкәле территорияһында аҡ тирәк, саған, тал ағастары, эт муйылы, терн ҡыуаҡтары үҫә. Ер өҫтө ғәҙәттәге будра, гравилат, бөрлөгән, кесерткән, төрлө төрҙәге болон үләндәре менән ҡапланған.

Бында дала зонаһының һыу баҫҡан урмандары хайуандары: һыу һәм ер туҙбаш йыланы, кеҫәртке, торомтай, ҡарабаш турғай- йәшәй. Һөтимәр хайуандарҙан ғәҙәти төлкө, таш һыуһары, бурһыҡ, аҡ түшле терпе, ер тишкес, урман сысҡаны һ. б. бар.

Ростов өлкәһе Ҡыҙыл китабына Огиб ыҙанында йәшәүсе аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө, өкө ябалағы, болан ҡуңғыҙ, бал ҡорто, ялтыр матурҡай, бызылдауыҡ төнгө ҡуңғыҙ, сколопендра, эйзения индерелгән.

Тәбиғәт һәйкәле майҙаны 533 гектар тәшкил итә. Уның территорияһында хужалыҡ эшсәнлеге алып барыу тыйылған.

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «О памятниках природы Ростовской области». Постановление Администрации Ростовской области от 19 октября 2006 года № 418.
  • Миноранский В. А., Демина О. Н. Особо охраняемые природные территории Ростовской области. Ростов-на-Дону, 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]