Озаани ҡорамы
Озаани ҡорамы, йәки Вознесение ҡорамы — Грузияла Дедоплисцкаро муниципалитетының Озаани ауылынан алыҫ түгел, Мирзаани ауылы менән йәнәш, әммә унан ҙур булмаған тарлауыҡ айырып тора. Диңгеҙ кимәленән 400 метр бейеклектә тора. Үҙәк юлдан яҡынса 2500 м алыҫлыҡта урынлашҡан Вознесение ҡорамы, шулай уҡ Озаани ҡорамы булараҡ билдәле тәре-көмбәҙле X быуат ҡорамы. Ҡорам урман менән ҡапланған мәмерйә уртаһында урынлашҡан[1]. Зыян күреүенә ҡарамаҫтан стенала һынлы сәнғәт эҙҙәре һаҡланған. Имеш-мимештәр буйынса сиркәү эсендә батшабикә Тамараның портерты урынлашҡан, әммә ул портрет әле юҡ, шулай ҙа төньяҡ диуарында борон Тамара торғанлығын фараз итеүгә мөмкинлек биреүсе эҙҙәр һаҡланған. Шулай уҡ аңлайышлы яҙыуҙар ҙа бар, палеогрфик билдәләр буйынса ул XII-XIII быуаттарға ҡарай.
2006 йылда Грузия президенты уазына ярашлы ҡорамға милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәни ҡоамртҡы статусы бирелә[2].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 1-I, გვ. 299-307, თბ., 2013 წელი.
- ბარნაველი თ., კახეთის ისტორიული ძეგლების წარწერები, თბ.,1962
- თოდრია თ., ქიზიყის ისტორიული გეოგრაფიის საკითხები, საქართველოს ისტორიული გეოგრაფიის კრებული, ტ.VI, თბ.,1982
- მაისურაძე ზ., ოზაანის კერამიკა, თბ.,1959