Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге стадион
Файл:Стадион им.50 летия Октября.jpg | |
Урынлашыуы | |
---|---|
Төҙөлгән | |
Реконструкцияланған | |
Милексе |
ОАО «Газпром нефтехим Салауат» |
Һыйҙырылышлығы |
10 500 |
Өйҙәге команда |
«Зенит-М» |
Майҙан размеры |
110 × 70 м |
Япма |
яһалма |
Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге стадион — "Газпром нефтехим Салауат" ААЙ-нең күп функциялы стадионы[1]. Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында урынлашҡан. 10 500 тамашасыны һыйҙыра ала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Октябрҙең 50 йыллығы ис. стадион[2][3] 1968 йылда төҙөлә һәм республикала иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Стадиондағы футбол яланына яһалма япма түшәлгән. Майҙан тирәләй йүгереү юлдары бар.
Стадионда спорт һарайы, асыҡ трибуна, футбол һәм еңел атлетика манежы, волейбол, теннис уйындары өсөн майҙансыҡ төҙөлгән.
Бында спорт байрамдары, еңел атлетика буйынса ярыштар, Рәсәй Чемпионаты кимәлендәге футбол уйындары кеүек күмәк саралар ойошторола.
2010 йылда спорт һарайы заман талаптарына яраҡлы итеп яңынан төҙөлә. Төҙөлөштө "Газпром нефтехим Салауат" финанслай.
Әлеге ваҡытта стадионда Санкт-Петербургтың "Зенит" футбол клубы Академияһы филиалы һәм Академияның төп командаһы "Зенит-м" эшләй. Филиалда 7-17 йәшлек 200-гә яҡын бала шөғөлләнә. Филиалды тамамлаусылар Академияның "Зенит-м" төп командаһына эләгә. Күнекмәләр донъя стандарттарына тап килгән "Евро Грасс М" яһалма япмалы футбол яланында үтә.
Характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стадионда ике трибуна бар
- Мачталы яҡтыртыу — 4 яҡтыртыу ҡоролмаһы бар
- Футбол майҙанының ҙурлығы 110×70 м
- Электрон таблолар бар.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәтттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2010 йылда үткәрелгән реконструкция ваҡытында футбол яланына яһалма япма түшәлә, заманса тауыш һәм яҡтыртыу системаһы, яңы электрон табло ҡуйыла.
- Тәүге рәсми футбол матч Салауат ҡалаһының "Зенит-м" һәм "Юрматы" командалары араһында үтә.
- Беренсе голды Салауат ҡалаһы егете Александр Поляков индерә.
Адресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]453250, Башкортостан Республикаһы, Салауат ҡалаһы, Ключевая, 1.