Эстәлеккә күсергә

Операцион система

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Операция системаһы битенән йүнәлтелде)
Операцион система
Ҡыҫҡаса атамаһы OS, OS, ОС, SO, ΛΣ, SO, SO, ОС, ОС, OS, SO, OS, ՕՀ, オーエス, АС, ОС, ОС, SO һәм SE
Алдағы ядро операционной системы[d]
Ҡайҙа өйрәнелә информатика
Вики-проект Проект:Программное обеспечение[d]
Схематичная иллюстрация
EntitySchema для класса Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
 Операцион система Викимилектә

Операцион система — компьютер ресурстары менән идара итеү һәм ҡулланыусы менән үҙ-ара бәйләнеште ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән бер-береһе менән бәйле программалар комплексы. Мәғлүмәтте индереү-сығарыуҙы ойоштороусы, система программалары һәм ҡулланыусы программалары эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе программалар комплексы. Операцион системаны өс иң мөһим өлөшкә бүлеп була: ядро, мәғлүмәт һаҡлағыс система, командалар интерпритаторы (ҡулланыусының).

Элгәре операцион системалар тип ярҙамсы пронраммаларҙы, шулай уҡ йыш ҡулланылған программалар китапханаһын һанарға кәрәк. Был программалар 1-се быуын компьютерҙар барлыҡҡа килеү менән эшләнә башлаған (1940-сы йылдар аҙағы. Ярҙамсы программалар операторҙың йыһаз менән физик манипуляцияларын кәметкән, ә китапханалар бер үк хәмәлде күп тапҡыр программаламай ҡалырға мөмкинлек биргән (тейәү-нәтижә яһау, математик функцияларҙы иҫәпләү операцияларын башҡарыу һәм башҡалар).

1950-1960 йылдарҙы оперцион системаның функционаллығын билдәләй торған төп идеялар формалаша һәм ғәмәлгә ашырыла: пакет режимы, ваҡыт һәм күп маҡсатлылыҡ, вәкаләттәр бүлешеү, вакыттың реаль масштабы, файл структуралары һәм файл системалары.

Иң мөһим өлөштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Ядро —компьютерҙың аппарат саралары менән идара итеүҙе, файлдар эшен һәм ғәмәли программалар үтәлеүен ойоштороусы, мәғлүмәтте индереү һәм сығарыуҙы атҡарыусы программалар комплексы, идара итеүсе операцион системаның иң мөһим өлөшө.

2. Мәғлүмәт һаҡлаусы системалар — һаҡлау ҡоролмалары менән идара итеүсе, һәм мәғлүмәтте яҙыу һәм (йәки) уҡыуҙы башҡарған операцион системаның өҫтәмә өлөшө. Мәғлүмәт һаҡлаусы системаның бер төрө — файл системаһы.

3. Командалар интерпритаторы — ҡулланыусының компьютер менән эшмәкәрлеген ойоштороусы программа.

OS/360 использовалась на большинстве компьютеров IBM начиная с 1966, включая те компьютеры, которые помогали NASA отправить человека на Луну.

1 Ҡушымталарҙы оператив хәтергә йөкмәтеү һәм уларҙы башҡарыу.

2 Периферия ҡоролмаларына универсаль рәүештә мөрәжәғәт итеү. Миҫал: индереү-сығарыу ҡоролмалары.

3 Оператив хәтер менән идара итеү (процесстар араһында хәтерҙе бүлеп таратыу, виртуаль хәтер).

4 Энергия талап итмәгән мәғлүмәт һаҡлағыстарындағы (ҡаты диск, оптик диск һ.б.) материалды ҡулланыу менән идара итеү; күбеһенсә файл системаһы ярҙамында башҡарыла.

5 Ҡулланыусы интерфейсын булдырыу.

6 Селтәр операцияларын булдырыу, шул иҫәптән стек протоколдарын булдырыу.

Өҫтәмә функциялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 Мәсьәләләрҙе параллель һәм псевдопараллель рәүештә башҡарыу (күп мәсьәлә башҡарыу).

2 Процестар араһында аралыштырыусы: мәғлүмәт менән алмашыу, бер-береһен синхронлаштырыу.

3 Системаны ҡурсалау; ҡулланыусы мәғлүмәттәрен һәм программаларҙы, ҡулланыусының эшмәкәрлегенән (яуызлыҡ уй менән йәки белмәгәнлектән) йәки ҡушымталарҙан ҡурсалау.

4 Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын сикләү һәм күп ҡулланыусылар эшләү режимы (аутентификациялау, авторизациялау).

Операцион система төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Операцион системалар хисап аппаратына, лицензияһына һәм башҡарыласаҡ маҡсатына ҡарап күп төрҙәргә бүленә. Төрҙәр иһә үҙ сиратында тармаҡтарға бүленә.

Компьютерҙарҙа киләһе ике операцион система төрҙәре киң таралған: Microsoft Windows, Unix һәм Unix системаһына хас булған (шул иҫәптән Macintosh) операцион системалары.

PC DOS was an early personal computer OS that featured a command line interface.

Операцион системаның ике төшөнсәһе бар: «ҡорам менән идара итеүсе программалар теҙмәһе» һәм «башҡа программалар менән идара итеүсе программалар теҙмәһе». Ниндәй осраҡта операцион система кәрәклегәнә ҡарап ике төшөнсә лә теүәл бирелгән.

Операцион системаһы булмаған техника ла бар. Мәҫәлән, көнкүреш техникаһында, автомобилдәрҙә (тиҫтәгә яҡын булыуы мөмкин), кеҫә телефондарында ҡуйылған микрокомпьютер ҡабыҙырға йәки һүндерегә кеүек ябай ғына программаларҙы башҡара. Күп кенә уйын ҡорамалдары ла, картридж йәки компакт-дискка яҙырған программаны башҡарып, операцион системаһыҙ эшләй ала.

  • Гордеев А. В. Операционные системы: Учебник для вузов. — 2-е изд. — СПб.: Питер, 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-94723-632-3.
  • Деннинг П. Дж., Браун Р. Л. Операционные системы // Современный компьютер. — М., 1986.
  • Иртегов Д. В. Введение в операционные системы. — 2-е изд. — СПб.: BHV-СПб, 2007. — ISBN 978-5-94157-695-1.
  • Керниган Б. У., Пайк Р. У. UNIX — универсальная среда программирования = The UNIX Programming Environment. — М., 1992.
  • Олифер В. Г., Олифер Н. А. Сетевые операционные системы. — СПб.: Питер, 2002. — 544 с. — ISBN 5-272-00120-6.
  • Столлингс У. Операционные системы = Operating Systems: Internals and Design Principles. — М.: Вильямс, 2004. — 848 с. — ISBN 0-1303-1999-6.
  • Таненбаум Э. С. Многоуровневая организация ЭВМ = Structured Computer Organization. — М.: Мир, 1979. — 547 с.
  • Таненбаум Э. С. Современные операционные системы = Modern Operating Systems. — 2-е изд. — СПб.: Питер, 2005. — 1038 с. — ISBN 5-318-00299-4.
  • Таненбаум Э. С., Вудхалл А. С. Операционные системы. Разработка и реализация = Operating Systems: Design and Implementation. — 3-е изд. — СПб.: Питер, 2007. — 704 с. — ISBN 978-5-469-01403-4.
  • Шоу А. Логическое проектирование операционных систем = The Logical Design of Operating Systems. — М.: Мир, 1981. — 360 с.
  • Рэймонд Э. С. Искусство программирования для UNIX = The Art of UNIX Programming. — М.: Вильямс, 2005. — 544 с. — ISBN 5-8459-0791-8.
  • Mark G. Sobell. UNIX System V. A Practical Guide. — 3rd ed. — 1995.
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «операционная система» мәҡәләһе бар

Ҡалып:Операционные системы Ҡалып:Аспекты операционных систем