Органик регламент
Органик регламент (франц. Règlement Organique, рум. Regulamentul Organic)[1] — органик закон Дунай кенәзлектәре (Валахия һәм Молдавия) беренсе конституция, ул 1828—1829 йылдарҙағы Урыҫ-төрөк һуғышының тамамланыуын белдереүсе Адрианополь тыныслыҡ килешеүе буйынса, 1831—1832 йылдарҙа үҙ көсөнә инә[2].
Регламент ул ерҙәрҙә урыҫ администарцияһы башлығы булған Павел Дмитриевич Киселёв тарафынан индерелә. Килешеү шарттары буйынса, закон сыҡарыусы власть һәр кенәзлектә боярҙарҙан һәм бай ер биләүселәрҙән торған депутаттар йәмғиәте йыйылыштарына буйһона. Башҡарыусы власть руханиҙар, боярҙар һәм ер биләүсе депутаттарҙан торған үҙенсәлекле йыйылыш ҡулында була. Етәксе административ постар боярҙарға бирелә. Шулай уҡ эске таможня системаһы бөтөрөлә, администация Судтан айырыла һәм язалауҙар рөхсәт ителмәй[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Giurescu, 123. б.
- ↑ Маркс К, Энгельс Ф. Йыйынтыҡ. — ISBN 9785447531294.
- ↑ Дунай кенәзлектәренең органик регламенты (рус.), histerl.ru (30 октябрь 2014). 5 март 2017 тикшерелгән.