Оунасваара саңғы үҙәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оунасваара саңғы үҙәге
Рәсем
Дәүләт  Финляндия
Административ-территориаль берәмек Рованиеми[d]
Рәсми асылыу датаһы 1990
Construction point 90 метр[1]
Hill size 97 метр[1]
Карта

Оунасваара саңғы үҙәгеФинляндияның Рованиеми ҡалаһында саңғыла трамплиндан һикереү буйынса ярыштар өсөн төҙөлгән комплекс.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе ваҡытлыса Оунасваара трамплины 1927 йылдың февралендә төҙөлгән, ә шул уҡ йылдың февралендә саңғыла һикереү буйынса даими трамплин асыла. Был ҡоролма 1947 йылға тиклем файҙаланыла. 1937 йылдың мартында Рованиеми ҡалаһында Пойлиоваара саңғы трамплины асыла, ул Финляндияла иң ҙур трамплин була, әммә немец ғәскәрҙәре уны 1944 йылдың 8 октябрендә Лапландия һуғышы ваҡытында шартлата

1947 йылда К50 ағас трамплины төҙөлә. 1956 һәм 1976 йылдар араһында ике янғын була. 1976 йылдағы янғында трамплин тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. 1983 йылда ул К64 ҡалҡыулығы итеп үҙгәртеп ҡорола[2]

1950 йылдарҙа Оунасваараның көньяҡ битләүендә K35, K25, K15 һәм K6 саңғы трамплиндары төҙөлә.

1961 йылда ағас трамплин урынына яңы бетон трамплин төҙөлә башлай, ул. 1962 йылда асыла. 1976, 1990 һәм 2014 йылдарҙа реконструкция үткәрелә.[3]

1990 йылда Мууроллела К-27 күнекмә трамплины төҙөлә, әммә ул популярлыҡ менән файҙаланмай, 2000 йылда һүтеп алына һәм Оунасваар саңғы үҙәгенә күсерелә[4]

1970 йылда Ҡышҡы универсиада сиктәрендә трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы күпбәйгеһе буйынса ярыштар уҙғарыла. Шулай уҡ комплекста бер нисә халыҡ-ара саңғы ярыштары үтә, улар араһында спорттың саңғы төрҙәре буйынса 1984 йылда Донъя чемпионаты, саңғы күпбәгеһе буйынса Донъя Кубогының һәм Континенталь Кубоктың бер нисә этабы, саңғы спорты төрҙәре буйынса юниорҙар араһында 2005 йылда Донъя чемпионаты үтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]