Эстәлеккә күсергә

Падишаһ мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Падишаһ йәмиғ мәсете битенән йүнәлтелде)
Мәсет
Падишаһ мәсете
урду ‏ بادشاہی مسجد

Падишаһ мәсете фасады
Ил Пакистан Пакистан
Провинция Пәнжәб
Ҡала Лахор
йүнәлеш, мәктәп сөннисе
Мәсет төрө йәмиғ мәсете
Архитектура стиле Һинд-сарацин стиле
Төҙөлөштө башлаусы Аурангзеб
Төҙөлөш 1673—1674 йылдар
Реликвия һәм йәдкәр Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәлләһе, Фатиманың яулыҡтары, Хөсәйен ибн Алиҙың яулығы һәм башҡа шундайҙар
Вместимость 55-тән 60 меңгә тиклем
Көмбәҙҙәр һаны 3
Манаралар һаны 8
Манара бейеклеге 62
Торошо эшләй
Тәрәүих ДаY
Ифтар ДаY

1674

Падишаһ мәсете (урду ‏ بادشاہی مسجد — мечеть падишаха) — Пакистандың ҙурлығы буйынса икенсе урында торған, Лахор ҡалаһында урынлашҡан мәсете. Мәсет Бөйөк Моголдар эпохаһының һинд-ислам хөрәфәти архитектураһы ҡомартҡыларының иң әһәмиәтлеһе һанала. Пакистандың баш ҡалаһы Исламабадтағы Фейсал мәсетенән ҡала ҙурлығы буйынса икенсе мәсете.

1584-тән 1598 йылға тиклем Лахорҙа могол императоры Бөйөк Акбарҙың резиденцияһы урынлашҡан була. Уның вариҫтары оҙаҡ йылдар ошо резиденцияла йәшәйҙәр һәм ҡаланы яңы күркәм төҙөлөштәр менән биҙәйҙәр. Бөйөк Моголдар династияһының һуңғыһы, Аурангзеб (1658—1707), Лахорҙа «Падишаһ мәсете» тип аталған данлыҡлы мәсет төҙөй. Лахор мәсете Бөйөк Моголдар осоро архитектураһының иң һуңғы ҡаҙанышы була [1]. 1673-74 йылдарҙа төҙөлгән мәсет шул осорҙан алып Лахорҙың төп иҫтәлекле урыны булып тора.[2]. Ул ике тиҫтә йыл элек Делиҙа төҙөлгән Джама-Масджид мәсетенә оҡшаған. Мәсеткә төп инеү урыны өҫтөндә ҡуйылған мәрмәр плитала уйылған яҙыу бар: «1084 Хижрә йылында, император һарайының иң инсафлы хеҙмәткәре Фидаи Хан Кока етәкселегендә төҙөлгән һәм тамамланған, ҡыйыу һәм еңеүсе хаким Мөхитдин Мөхәммәт Аламгир мәсете». Яҙыуҙа телгә алынған Фидаи Хан Кока Аурангзебтың ҡиәмәтлек ағайы һәм уның армияһында артиллерия башлығы була. Мәсетте төҙөү хаҡы «алты лакх рупийҙан артып китә» (1 лакх = 100 мең рупий). Артабан мәсетте тотоу өсөн бөтә Мултан кенәзлеге килеме йүнәлтелә [1]. XIX быуат башында Лахор сикхтар тарафынан баҫып алына, улар мәсеттә склад һәм дары баҙы ойошторалар. Британияның колониаль хакимлығы осоронда эске ихата галереялары һалдаттарға казарма итеп файҙаланыла. 1856 йылда, оҙаҡ һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң, мәсет мосолмандар ҡулына күсә һәм тергеҙелә. Пакистан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, 1947 йылда мәсеттә ҙур ремонт эштәре башҡарыла[1]. 1960 йылда мәсеттә тулыһынса реставрация яһала, шунан һуң мәсет әлеге күренешен ала[3]. Хәҙерге ваҡытта Падишаһ мәсете ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә кандидат булып тора[4].

Лахор халҡы уны донъяла иң ҙур тип иҫәпләй. Мәсеттең эске ихатаһы үлсәмдәре — 159 × 527 м. Мәсеттең һигеҙ манараһы бар: дүртәүһе ғибәҙәт залы мөйөштәрендә һәм шунса уҡ мәсетте уратып алған стена мөйөштәрендә. Тышҡы манараларҙың бейеклеге — 62 метр. Ғибәҙәт залы өҫтөндә, ҡомташтан эшләнгән ҡыҙыл манаралар менән ҡырҡа контрасланыусы, өс ҙур аҡ мәрмәрҙән көмбәҙ күтәрелә[1]. Мәсет, Шалимар баҡсалары һәм Лахор ҡәлғәһе ҡаршыһында, иҫке ҡала өҫтөндә күтәрелеп торған бейек платформала төҙөлгән. Уның төп инеү урынына өс яҡтан, ҡыҙыл ҡомташтан эшләнгән терраса янында тамамланыусы, 22-шәр һикәлтәле баҫҡыс илтә. Мәсеткә төп инеү урыны 19,8 метр бейеклектәге, күп бәләкәй башнялары ослайып торған, ике яруслы павильон. Павильон өҫтөндә семәрләп биҙәлгән бейек өс үҙәкле көмбәҙ күтәрелә[1]. Монументаль ҡапҡа аша ҙур эске ихатаға инеп була. Дүрт бейек манара күркәм аҡ мәрмәрле павильон менән барып бөтә. 1840 йылғы ер тетрәү һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан павильондарға алмашҡа төҙөлгән хәҙерге павильондар XIX быуаттағыларының күсермәһе булып торалар [1]. Өс яруслы манараларҙың тышҡы диаметры 20,2 метр тәшкил итә. Диаметры 2,55 метр булған түңәрәк шахта эсендә манараның түбәһенә илтеүсе 204 һикәлтәнән торған бормалы баҫҡыс һалынған[1]. Төп инеү урыны иркен, кирбес түшәлгән эске ихатаға илтә, унда 55-тән[5] 60 меңгә тиклем дин кешеһе һыя ала[6]. Ихата уртаһында аҡ мәрмәрле фонтан ҡуйылған, уның янында диндарҙар тәһәрәт алғандар. Хәҙерге ваҡытта фонтан был маҡсатта күптән ҡулланылмай инде. Ихатаны, Моголдар дәүерендә мәҙрәсә урынлашҡан, күркәм аркалы галерея уратып алған. 1856 йылда британлылар галереяның көнсығыш өлөшөн емерәләр, ләкин һуңғараҡ ул тергеҙелә һәм бер ни тиклем осор тәһәрәт алыу залы булып хеҙмәт итә.[1]. Ихатаның көнбайыш осонда мәсеттең үҙәк бинаһы ҡалҡып тора. Өс күркәм көмбәҙ менән осланған бинаның майҙаны 23,375 кв. фут. Ҡыҙыл ҡомташтан эшләнгән фасад алебастрлы панелдәр менән көпләнгән һәм нескә семәр, шулай уҡ мәрмәр инкрустация менән биҙәлгән. Үҙәк инеү урынының көмбәҙле уйымының бейеклеге 16,5 метр. [1]. Мәсеттең төп бинаһының интерьеры ике һуҙынҡы залдан тора. Ситтәге зал ике киң бүлмәгә бүленгән, ә төптәге зал һигеҙ ҙур арка менән бүленгән ете үҙ-ара тоташыусы залдан тора. Интерьерҙың бөтә йыһазы эзбизле штукатуркаға семәрләү техникаһы буйынса биҙәлгән. Мәрмәр менән биҙәлгән михраб ҡына был ҡағиҙәнән ситләшеү булып тора [1].

Төп ингән урындың өҫкө ҡатында бәләкәй музей урынлашҡан. Унда күп ислам ҡомартҡылары һаҡлана. Быяла витриналарҙа бөтәһе егерме ете ҡомартҡы һаҡлана, улар араһында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең йәшел сәлләһе, уның аяҡ эҙе һәм байрағы, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатима сиккән яулыҡтар, ғәҙел хәлифә Әли ибн Әбу Талиб ҡулы менән күсереп яҙылған Ҡөрьәндең беренсе сүрәһе, Хөсәин ибн Әлиҙең уның ҡан эҙҙәре булған яулығы бар[1]. Риүәйәттәр буйынса, мәсеттәге күпселек ҡомартҡыларҙы Лахорға бөйөк яулап алыусы Тимер — «Аҡһаҡ Тимер» килтергән. Тәүҙә император һарайы Шиш-Махалда (көҙгөлө һарай) һаҡланыусы ҡомартҡылар 1883 йылда Падишаһ мәсетенә тапшырылалар[7]. 2002 йылда мәсет музейынан Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сандалыйҙарын урлайҙар. Полиция, енәйәтселәргә урлашырға мөмкинлек биреүҙә, эшкә һалҡын ҡарауҙа ғәйепләп, мәсеттең һигеҙ хеҙмәтсеһен ҡулға ала.[6]. Урлашыу менән бәйле мәсеттең етәкселеге ҡомартҡыларҙы хәүефһеҙерәк урынға — Лахор музейына күсереү мәсьәләһен ҡуя. Һөҙөмтәлә уларҙы, ислам ҡомартҡыларын үҙ күҙҙәре менән күрергә теләп, күп һандағы ғибәҙәтселәр йыл һайын килгән мәсеттә ҡалдырырға ҡарар итәләр[7].