Палатинуш (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Палатинуш
венг. Palatinus
Морфометрия
Үлсәме0,8 × 0,4 км
Майҙаны0,32 км²
Иң тәрән урыны10 м
Урынлашыуы
47°43′41″ с. ш. 18°44′26″ в. д.HGЯO
Ил
Венгрия
Точка
Палатинуш
 Палатинуш Викимилектә

Палатинуш (мадьярса  Palatinus) — Венгриялағы яһалма күл, Эстергом ҡалаһы эргәһендә медье Комаром-Эстергом районында урынлашҡан. Ул халыҡ араһында Пала исеме аҫтында билдәле, шулай уҡ уның Шаторкепустая тигән тулы исеме лә осрай. (мадьярса  Sátorkőpusztai-tó). Өҫкө майҙаны — 0,32 кm².

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Палатинуш күленең яр буйҙары

Күл Эстергом һәм Дорог ҡалалары эргәһендә Пилиш үҙәненән алыҫ түгел тауҙа урынлашҡан. Ер аҫты һыуҙары иҫәбенә тулылана һәм Венгрияла иң таҙа һыулы күл һанала, шулай уҡ медье Комаром-Эстергомда иң ҙур күл булып тора. Күл 1950 йылда Дорог тигән ерҙә Дрост ауылы янында һоро күмер сығарылған шахта урынында барлыҡҡа килә. «Палатинуш» тигән исемде Будапешт йөҙөүселәре Палатинуш баш ҡала ҡомлоғо янындағы һыу менән сағыштырып (ҡом тәбиғи фильтр ролен үтәй), күл һыуының үтә күренмәле һәм таҙа булыуына хайран ҡалғанлыҡтан бирәләр. Күл эргәһендә магазин, ҡунаҡхана һәм телеүҙәк урын алған.

1953 йылда күлдә балыҡ үрсетеүҙе башлау тураһында һүҙ алып барыусы балыҡсылар йәмғиәте төҙөлә. Күлдәң төньяғы пляж хеҙмәтен үтәй, ул һыу инергә яратыусылар һәм дайвинг менән мауығыусылар араһында бик популяр. Көньяҡ ярында 1953 йылдан алып балыҡ үрсетәләр һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнәләр. 2006 йылдан дайверҙар музейы эшләй. Һыуҙың уртаса температураһы йәйен — +19 °C.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]