Михаил Лермонтов һәйкәле (Грозный)
Михаил Лермонтов һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Грозный |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза |
Һүрәтләнгән объект | Лермонтов Михаил Юрьевич |
Михаил Юрьевич Лермонтовҡа һәйкәл — Грозный ҡалаһында рус шағиры, рәссам һәм офицер Михаил Лермонтов һәйкәле
Һәйкәл тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл Грозный ҡалаһында Мөхәммәт Әли проспектында (элекке Сергей Киров проспекты), Михаил Лермонтов исемендәге Рус дәүләт драма театры алдында урынлашҡан.
Михаил Лермонтов Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән образында, хәрби кейемдә табуреткала ултырған килеш һүрәтләнгән. Постаментта Михаил Лермонтовтың шиғырынан Кавказға арналған юлдар уйып яҙылған: «Ватанымдың татлы йыры кеүек, яратам мин Кавказды!»[1] Һәйкәлдең авторы — осетин скульпторы Николай Ходов.
Һәйкәл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1840 йылда Грозный ҡалаһы тарихы башланған Грозный ҡәлғәһендә Михаил Лермонтов хәрби хеҙмәтен үтә. Уның иҫтәлегенә 2012 йылдың июнендә һәйкәл ҡуйыла. Бронза һәйкәлде Чечен Республикаһына һәйкәл авторы Николай Ходов бүләк итә.
2012 йылдың 19 июлендә һәйкәл асыу тантанаһы үтә. Һәйәкл асыу тантанаһын Чечен Республикаһының башлығы Рамзан Ҡадыров һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев етәкләй[2]