Пирамидз
Пирамидз | |
Нигеҙләү датаһы | 2008 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Alassiouty Sport |
Спорт төрө | Футбол |
Дәүләт |
![]() |
Лигала уйнай | Чемпионат Египта по футболу[d] |
Йорт стадионы | 30 June Stadium[d] |
Хужаһы | Турки Аль аш-Шейх[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Асьют[d], Мысыр |
Рәсми сайт | pyramidsfc.com |
Категория игроков команды | Категория:Игроки ФК «Пирамидз»[d] |
Фолловерҙар һаны | 546 466 һәм 101 000 ± 999[1] |
![]() |
ФК Пирамидз (ғәр. نادي بيراميدز) — Мысыҙың Ҡаһирә ҡалаһындағы египет футбол клубы. Команда өйҙәге матчтарын үткәреү өсөн яҡынса 30 000 тамашасыны һыйҙырған «30 июнь» стадионын файҙалана. Хәҙер «Пирамидз» Мысыр футбол лигалары системаһындаһы Премьер-лигала сығыш яһай[2].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Аласьюти Спорт» Асьют ҡалаһында төпләнгән һәм уға 2008 йылда нигеҙ һалынған. оманда үҙ тарихында тәүге тапҡыр 2014 йылдың июнендә команда үҙ тарихында тәүге тапҡыр, Икенсе дивизионда плей-оффта уңышлы уйнап, Премьер-лигаға сыға.
Дебют миҙгелендә Премьер-лигала «Аласьюти Спорт» өмөтһөҙ аутсайдер ролен уйнай, бары тик алдағы 38 матчтың ике матчында ғына еңеү яулайһәм осош зонаһында аҫтан икенсе урынды биләй. 2016 йылда команда Икенсе дивизион командалары араһында үҙ төркөмөндә еңеүсе була, әммә плей-оффта Идфу ҡалаһының «Әл-Наср Лель Тааден» командаһына бирешә, уйындар серияһындағы ике матчтан һуң пенальти менән уйынды 1:1 иҫәбе менән тамалай. Бер йыл үткәс «Аласьюти Спорт» командаһы Икенсе дивизионда үҙенең А төркөмөндә еңеүсе була, был уның Премьер-лигаға ҡайтыуының гаранты булып тора. 2017/2018 чемпионатында команда тренер Али Махер етәкселегендә туғыҙынсы урында биләй.
Клубты 2018 йылдың йәйендә Сәғүд Ғәрәбстаны спорт идаралығы рәйесе Төрки аш-Шәйех етәкселәй. Команданың исеме «Аласьюти Спорт»тан «ФК Пирамидз ФК» тип үҙгәртелә, ә Төрки аш-Шәйехтың клубҡа индергән аҡсаһы клубты байтаҡ көсәйтә. Ҡаһирәнең элекке «Әл-Әхли» тренеры Хөсс әл-Бәҙри 2018 йылдың 28 июнендә клубтың президенты итеп тәғәйенләнә, Хассан Әхмәт — пресс-секретары һәм футбол командаһы етәксеһе, Хашаба Һаҙый — футбол директоры, ә Бразилияның «Ботафого» клубының элекке остазы Валентин Алберто — «Пирамидз» клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнә.
Ағымдағы состав[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2019 йылдың 2 майына ҡарата. Сығанағы: уйынсылар исемлегендә transfermarkt.com
|
|
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Pyramids FC | نادي الأهرام الرياضي . 2019 йылдың 6 май көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Клубтың рәсми сайты 2019 йылдың 6 май көнөндә архивланған.