Пирс (айҙағы кратер)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пирс
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Бенджамин Пирс[d]
Урын LQ13[d]
Астрономик есем өҫтөндә Ай
Вертикаль тәрәнлеге 2160 метр
Диаметр 18,9 km[1]
 Пирс Викимилектә

Пирс кратеры (лат. Peirce) — Айҙың күренгән яғында ятҡан Кризистар Диңгеҙенең көнбайыш өлөшөндәге ҙур булмаған удар кратер. Атамаһы Америка астрономы һәм математигы Бенджамин Пирс (1809—1880) хөрмәтенә бирелә һәм 1935 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан раҫлана. Кратерҙың барлыҡҡа килеүе эратосфен осорона ҡарай.

Кратер тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аполлон-17 бортнан төшөрөлгән һүрәт, Пирс кратеры һүрәттең уртаһында, унан өҫтә Свифт кратеры.

Пирстың иң яҡын күршеләре: көнбайышта Фредгольм кратеры; төньяҡ-көнбайышта Тиссеран кратеры; төньяҡта Свифт кратеры; көнсығышта Эккерт кратеры; көньяҡта — көньяҡ-көнсығышта Пикар кратеры; көньяҡта — көньяҡ-көнбайышта Йеркс кратеры һәм көнбайышта — көньяҡ-көнбайышта Прокл кратеры. Пирс кратерынан көнбайышҡа табан Оппель теҙмәһе урынлашҡан[2].

Кратер үҙәгенең селенографик координаттары 18°16′ с. ш. 53°21′ в. д. / 18,26° с. ш. 53,35° в. д. / 18.26; 53.35G, диаметры 18,9 км[3], тәрәнлеге 2160 м[4].

Пирс кратеры полигональ формаға эйә һәм бер аҙ емерелгән. Кратерҙы уратып алған ур аныҡ һыҙатлы, эске урының альбедоһы бейек, шыма, итәге бер аҙ емерелгән. Урҙың бейеклеге 750 метр. Төбө соҡор-саҡырлы, кратер майҙанының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә бәләкәй кратер, төньяҡ-көнбайышында ҙур булмаған үҙәктәш һырт ята. Кратер үҙәгендә конус формаһындағы уба урынлашҡан.

Йәнәш кратерҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Lunar Reconnaissance Orbiter зонды төшөргән һүрәттәр
Пирс Координаталар Диаметры, км
C 18°45′ с. ш. 49°53′ в. д. / 18,75° с. ш. 49,89° в. д. / 18.75; 49.89 (Пирс C)G 19,8
  • Халыҡ-ара астрономия союзы 1976 йылда Пирстың йәнәшендәге кратерға Свифт атамаһын бирә.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]