Плазмон (биология)
Уҡыу көйләүҙәре
Плазмон |
Плазмон — иҫкергән термин. Был төшөнсә аҫтында ядронан ситтә ятҡан гендар йыйылмаһын күҙ уңында тоталар. Улар иҫәбенә митохондрияларҙың (митохондрияларҙың гендар тупланмаһын хондриом тип тә атайҙар) һәм пластидтарҙың (хлоропластар) геномы инә. Хәҙерге хәҙерге ваҡытта күҙәнәк биологияһында иҫкергән плазмон урынына «цитоплзматик гендар» төшөнсәһе ҡулланыла. Йәғни, яңы атама ядро геномы менән плазмон араһында айырма асыҡ күренеп торһон өсөн индерелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәҙерге ваҡытта ла фәнни әҙәбиәттә плазмон термины һаман да ҡулланыла. Башлап фәнгә ядронан ситтә ятҡан геном һәм ундағы гендар тураһында мәғлүмәт 1908 йылда Корренс биргән һүрәтләмә аша килеп инә[1][2].