Эстәлеккә күсергә

Плачковица

41°46′ с. ш. 22°32′ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Плачковица
Рәсем
Дәүләт  Төньяҡ Македония
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1754 метр
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Метаморфик тау тоҡомдары
Оҙонлоҡ 34 km
Урынлашыу картаһы
Карта
 Плачковица Викимилектә

Плачковица
Характеристики
Оҙонлоғо34 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеЛисец 
Абсолют бейеклеге1754 м
Урынлашыуы
41°46′ с. ш. 22°32′ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Ил
 Плачковица Викимилектә

Плачковица — тау һырты, Төньяҡ Македония Республикаһының көнсығыш өлөшөндә ята. Радовиш һәм Виница[1]. ҡалалары араһында урынлашҡан.

Һырттың иң юғары сусағы — Лисец тауы (1754 м). Төп һырт оҙонлоғо 34 км, Зрновска йылғаһы үҙәне тауҙы икегә: көнсығыш һәм көнбайышҡа бүлә. Туртел түбәһе — тауҙың көнбайыш өлөшөндә иң бейек түбә (1689 м). Тауҙың башҡа эре түбәләре: Чупино Брдо (1725 м), Бел Камен (1707 м) һәм Ҡара Тәпә (1625 м).

Төньяҡ Македония Республикаһының был өлөшөндә, иң ҡатмарлы түбә булараҡ[2], Лисец урындағы альпинистар араһында иң популяр маршрут булып тора. Хатта июндә лә тау түбәһе йыш ҡына ҡар менән ҡаплаған була. Тау сусағы районында ике тау өйө бар: Штипка яғынан Вртешка һәм Радовиш яғынан Джумай.

Тауҙарҙа бер нисә мәмерйә бар, шуларҙың бишеһе инеү өсөн уңайлы. Иң эреһе булған Ҙур мәмерйәнең оҙонлоғо 600 метрға етә.

Плачковица һырты, нигеҙҙә, граниттан, кристаллик сланец, гнейстарҙан һәм мәрмәрҙән тора. Тауҙар бик күп тәрән йылға үҙәндәре менән йырғыланып бөткән. Төньяҡ битләүҙәрендәге йылғалар тәрәнерәк, уларҙа тупһалар ҙа, шарлауыҡтар ҙа күберәк.

Плачковица тауҙарында бер ни тиклем Урта диңгеҙ климаты йоғонтоһо һиҙелгән уртаса континенталь климат. Уртаса йыллыҡ температура 10-12 °C тирәһе. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм түбәнге өлөшөндә 500 мм-ҙан башлана һәм юғарыға күтәрелә бара 800 мм-ға тиклем етә.

Плачковица тауҙарында беренсе македон астрономик обсерваторияһын төҙөү ҙә пландарҙа бар. Ул Штип[3] ҡалаһы университеты идараһында булырға тейеш.