Портал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башҡортостандағы ваҡиғалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Март 2012[сығанаҡты үҙгәртеү]

Афарин!!! Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры сираттағы еңеүен яуланы!

Халыҡ-ара театр көнө алдынан Стәрлетамак артистары үҙҙәренең ижади һәләтен һәм оҫталығын тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте. Улар - "Күңелле кулиса” Республика театр фестивалендә еңеүсе!

Был күңелле бәйге Өфө актерҙар йортонда ун икенсе тапҡыр үткәрелә инде. Быйылғы фестивалдә Башҡорт дәүләт академия драма, Рус дәүләт академия драма, Туймазы дәүләт татар драма, Өфө дәүләт ҡурсаҡтар, Милли йәштәр (рус һәм башҡорт труппалары) театрҙары, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары ҡатнашты. Ошо коллективтар араһында Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артистары үҙҙәрен иң талантлы, шуҡ итеп танытып беренселек яулауы бигерәк тә мәртәбәле. Стәрлетамаҡтарҙың данын яҡлап фестивалдә ҡатнашҡан театрҙың йәш артистары Айҙар Зарипов, Марат Зөбәйеров, Фанил Толонғужин, Емеш Мөхәмәтшина, Зиләрә Юлтаева, Гөлфиә Усманова, Юлиә Ғәләүетдинова үҙенсәлекле программа тәҡдим итеп жюри ағзаларының һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулай алды.

Артистарыбыҙҙы еңеүҙәре һәм Халыҡ-ара театр көнө менән ҡотлап киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.

Салауат Йәрмиев Театрҙың үҙ сайты