Портал:Ботаника/Һайланған шәхес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карл Линней

Карл Линне́й— 1761 йылда дворян титулын алғас — Carl von Linné ; 23 мая 1707, Росхульт — 10 ғинуар 1778, Уппсала) — швед тәбиғәтте өйрәнеүсеһе һәм табибы; хайуандар һәм үҫемлектәр доньяһының дөйөм квалификацияһын төҙөүсө; был системала бөтә биология фәнендәге тикшереүҙәр дөйөмләштерелә һәм тәртипкә һалына. Линнейҙың төп хеҙиәте — биологик төр төшөнсәһен билдәләү, биноминаль (бинар) номенклатура төшөнсәһен индереү һәм актив ҡулланыу, систематик (таксонометрик) категориялар араһындағы аныҡ бәйленеште билдәләү. Линней — иң билдәле тәбиғәтте орәнеүсе швед ғалимы. Швецияла уны шведтар өсөн үҙ илдерен асҡан өсөн, сәйәхәтсе булараҡ хөрмәт итәләр, швед провинцияларын өйрәнеп бер провинция икенсе провинцияға нисек ярҙам итә алғанын өйрәнә.Шведтар өсөн уның флора һәм фауна тураһындағы хәҙмәттәре генә түгел, ә сәйәхәт тураһында көнделек итеп яҙылған яҙмалары кәҙерле. Был яҙмалар бай һәм аңлайышлы тел менән яҙылған, әеге көнге тиклем нәшер ителә һәм уҡыла.(дауамы...)