Портал:Техника/Шәп мәҡәлә
Автомоби́ль ( бор. грек. αὐτο — үҙе һәм лат. mobilis — хәрәкәт итеүсе), автомаши́на, автотранспорт сараһы, дөйөм алғанда автотехника — моторлы, рельсһыҙ, кәмендә дүрт тәгәрмәсле юл транспорты. Төрҙәргә бүленеше: еңел автомобиль, йөк автомобиле, автобус, троллейбус, бронетранспортёр. Ауыл хужалығы машиналары һәм мотоциклдар автомобиль булып иҫәпләнмәй. Ябай телмәрҙә автомобиль һүҙе урынына башлыса машина тип әйтәләр.
Механик транспорт сараһы, ғәҙәттә юлдарҙа кеше йәки йөк ташыу йәки ошо транспорт сараларын юлдарҙа тартып барыу өсөн ҡулланыла. Был термин тролейбустарҙы, йәғни электр үткәргестәре менән тоташтырылған рельсһыҙ транспорт сараларын үҙ эсенә ала; әммә ауыл хужалығы машиналары был иҫәпкә инмәй, сөнки улар өсөн кеше һәм йөк ташыу ярҙамсы эшмәкәрлек кенә булып тора.
— Ст. 1, Юл хәрәкәте конвенцияһы (Вена, 8 ноябрь 1968 йыл)