Портал:Философия/Һайланған шәхес/11
Уҡыу көйләүҙәре
Джордано Бруно (итал. Giordano Bruno; исеме: Филиппо, ҡушаматы — Бруно Ноланец; 1548 йылда, Неаполь янындағы Нола ҡалаһында тыуған — 1600 йылдың 17 февральендә Римда вафат булған) — Италия философы һәм шағиры, пантеизм вәкиле. Католик дини хеҙмәткәре булараҡ, Джордано Бруно неоплатони́зм йүнәлешен үҫтерә, Коперник тәғлимәтенә яңы аңлатма бирә. 7 йыл буйы төрмәлә ултырып сыҡҡас, 1600 йылдың 17 февралендә Джордано Бруно хөр фекерлелек өсөн католик сиркәү тарафынан еретик булараҡ инквизиция усағында яндырыла.
Өс йөҙ йыл үткәс, 1889 йылда Джодано Бруно яндырылған урында уға һәйкәл ҡуйыла.
Әммә дүрт йөҙ йыл үткәс тә Рим католик сиркәүенең башлығы уңы аҡлау мәсьәләһе менән килешмәй.