Портал:Шәхестәр/Һайланған шәхес/12

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эдит Пиаф
Эдит Пиаф

Эди́т Пиа́ф — француз йырсыһы һәм актрисаһы.

Эдит Пиаф имештер Бельвилдә урам фонаре аҫтында тыуған, тиһәләр ҙә, был ысынбарлыҡҡа тура килеүе шикле. Эдиттың әсәһе Лина Марса псевдонимы менән сығыш яһаған һәләтһеҙ генә актриса Анита Майяр була.Атаһы - урам акробаты Луи Гассион. Беренсе донъя һуғышы башында уҡ ул үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Тәүге тапҡыр 1915 йылдың ахырында ғына ҡыҙын күреп китер өсөн ике көнлөк ял ала.

Ике йылдан Луи Гассион ҡатыны уны ташлап, ҡыҙын үҙенең ата-әсәһенә ҡалдырып киткәнен ишетә. Эдит ҡот осҡос шарттарҙа йәшәй. Әбейҙең ейәнсәренә ваҡыты етмәй, һәм үҙен борсомаһын өсөн ул балаға һөт урынына һыу ҡушылған шарап эсерә. Луи ҡыҙын Нормандияға, фәхешхана тотҡан үҙ әсәһе янына алып ҡайтып китә. дауамы...