Эстәлеккә күсергә

Преображение Господня сиркәүе (Каяани)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православный храм
Церковь Преображения Господня
Kajaanin Kristuksen kirkastumisen kirkko
Ил Финляндия
Город Каяани
Конфессия Финляндская православная церковь
Епархия Оулуская митрополия 
Бина тибы православный храм
Архитектура стиле византийский
Проект авторы Илмари Ахонена
Төҙөлөшө ???—1959 йылдар

1959

Преображение Господня сиркәүе (фин.Kajaanin kirkko Kristuksen kirkastumisen) — Финляндия православие сиркәүенең Оулу митрополияһы православие ғибәҙәтханаһы, Каяани ҡалаһында урынлашҡан.

Преображение Господня хөрмәтенә бағышланған ғибәҙәтхана Каяани ҡалаһында 1959 йылда архитектор Илмари Ахонен проекты буйынса төҙөлгән[1]. Сиркәүҙең эске йыһазы византия ғибәҙәтханаһы йолалары стилендә башҡарылған, иҙәндән алып көмбәҙгә тикле диуарҙарын фрескалар биҙәй. Сиркәүҙе биҙәүҙә 17 йылдан ашыу, 1987 йылдан алып 2005 йылға тиклем Финляндияның билдәле икона яҙыусы рәссамы Петрос Сасаки һәм киприот Алкивиад Келолис эшләй. Был сиркәүҙе ҡайһы берҙә «Византия ынйыһы» тип тайҙар һәм Финляндияла иң матуры тип һанайҙар[2].

Ғибәҙәтхана мәхәлләһе Кайнуу провинцияһында берҙән-бер булып һанала һәм Оулу митрополияһының айырым мәхәллә-сиркәүен тәшкил итә. Сиркәүҙең епискобы, шул уҡ ваҡытта башлығы ла Юрки Пенттонен була.

2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Каяаниның православие общинаһында 1850 ағза иҫәпләнгән[3]. 2017 йылға ҡарата православие общинаһы 1576 кешегә тиклем кәмей. Был рус телле халыҡтың аҡрынлап Финляндияның көньяғына күсеүе менән бәйле[4].