Пресвятая Дева Мария соборы (Минск)
Пресвятая Дева Мария соборы | |
Нигеҙләү датаһы | 1710 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Мәрйәм Инә[d] |
Дәүләт | Беларусь |
Административ-территориаль берәмек | Минск |
Епархия | Минско-Могилёвский архидиоцез[d] |
Христианский литургический обряд | латинский обряд[d] |
Дата производства | 1732 |
Бағышланған | Мәрйәм Инә[d] |
Архитектор | билдәһеҙ |
Архитектура стиле | архитектура барокко[d] |
Мираҫ статусы | государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d] |
Рәсми сайт | katedra.by |
Страница на сайте Глобус Беларуси | globus.tut.by/minsk/inde… |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q19655646? |
Категория для внешности элемента | Category:Exterior of the Archcathedral of Name of the Blessed Virgin Mary in Minsk[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of the Archcathedral of Name of the Blessed Virgin Mary in Minsk[d] |
Пресвятая Дева Мария соборы (Минск) Викимилектә |
Пресвятая Дева Мария архикафедраль соборы (бел. Архікафедральны касцёл Імя Найсвяцейшай Панны Марыі) — вилен бароккоһы стилендәге католик кафедраль собор, Белоруссияның Минск ҡалаһында төп католик ҡорам. Минск-Могилев архиепархияһының кафедраль соборы. Архитектура ҡомартҡыһы, Беларусь Республикаһының тарихи-мәҙәни ҡиммәттәренең Дәүләт исемлегенә индерелгән (коды 712Г000235)[1]. 1700—1710 йылда[1][2][3] иезуит монастыры эргәһендә сиркәү һымаҡ төҙөлгән, шунлыҡтан «иезуиттар костёлы» булараҡ та билдәле[1]. Адресы: Азатлыҡ майҙаны, 9-сы йорт.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иисус йәмғиәте тарихы XVII быуат уртаһында башлана. 1683 йылда монастырь төҙөлә башлай, ә 1700 йылдың 24 октябрендә таш монастырь ҡорамына нигеҙ һалына. Иғәнәләр ярҙамы арҡаһында төҙөлөш тиҙ бара, 1708 йылла интерьеры тамамлана, ә 1710 йылдың 16 мартында вилен епискобы Константин Казимир Бжостовский иезуит костелын Иисус, Мария һәм изге Барбараға бағышлап изгеләндерә[2].
Артабанғы бер нисә тиҫтә йылдарҙа ҡорам бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡороуҙарға дусар була. 1732 йылда Пресвитерий ҡабырғаһында ике сиркәү төкәтеп төҙөлә[1], төп фасадтың ике башняһы тамамлана.
1773 йылдың Европа илдәренең донъяуи властар баҫымы аҫтында иезуиттар ордены папа Климент XIV тарафынан ваҡытлыса тыйыла, ошоноң менән бәйле Минск ҡорамы ғәҙәти мәхәллә статусын ала. 1798 йылда Минск епархияһы (диоцез) төҙөлә, һәм ҡорам Пресвятая Дева Мария исеменә бағышланған кафедраль собор булып китә. 1800 һәм 1853—1854 йылдарҙа ғибәҙәтханала реставрация эштәре уҙғарыла.
1951 йылда сиркәү ябыла, уның ике манараһы һүтелә, ә үҙәк фасады шаҡтай яңынан үҙгәртелә, 1990 йылдар башына тиклем бинала «Физкультурниктар йорто» урынлаша. 1993 йылда ғибәҙәтхананы Католик сиркәүгә ҡайтарып бирәләр, 1997 йылда ул ҡабаттан изгеләндерелә[3]. 1990—2000 йылдарҙағы реставрация эштәре барышында ғибәҙәтхананың тулыһынса тәүге ҡиәфәте тергеҙелә.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пресвятая Дева Мария соборы өс нефлы базилика. Арауығы алты колонна менән нефтарға бүленгән, үҙәк нефы ярым түңәрәк апсида менән тамамлана, уның ҡабырғаларында Изге Троица һәм изге Фелициан капеллалары урынлашҡан[1]. Төп фасад вилен бароккоһы стилендә төҙөлгән һәм ике башня менән ҡыҫанланған. Башнялары күп ҡатлы, төп кәрнизе кимәле өҫтөндә өс ярус күтәрелә, башнялар тәре менән ослана.Төп фасад портигы өҫтөндә өс мөйөшлө фронтон урынлашҡан, портиктың кәрнизе өҫтөндә балюстрадалы кәртә менән балкон бар.
Интерьерында фрескалар айырым ҡиммәттәргә эйә, улар совет осоронда штукатурланған булған, хәҙер уларҙы асыу һәм реставрациялау бара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кулагін А. М. Беларусі Каталіцкія ҡорам. — Мінск: 2008. — ISBN 978-985-11-0395-5
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт собора (белор.)
- Собор Девы Марии на сайте Католической церкви Белоруссии (белор.)
- Касцёл Імя Панны Марыі (белор.)