Эстәлеккә күсергә

Ғәмәли этика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Прикладная этика битенән йүнәлтелде)
Ғәмәли этика
 Ғәмәли этика Викимилектә

Ғәмәли этика — профессиональ этиканың ғәмәли әхлаҡ проблемаларын өйрәнеүсе йүнәлеше (мәҫәлән: аборт, эвтаназия, үлем язаһы, яһалма аталандырыу, атом энергияһын файҙаланыу).

Ҡағиҙә булараҡ, ғәмәли этика өйрәнгән проблемаларҙың аҙмы-күпме ике тиң ҡиммәтле һәм нигеҙле ҡарарлы  мораль дилеммаһы бар.

Күп кенә тикшеренеүселәр (Әбдүсәләм Абдулкеримович Гусейнов һәм Людмила Васильевна Коновалова) ғәмәли этика — фәлсәфә фәне булараҡ этика үҫешенең яңы этабы тип иҫәпләй.

Төшөнсәнең күп мәғәнәлелеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Этика» төшөнсәһенең үҙе кеүек, «ғәмәли этика» терминының күп мәғәнәле аңлатмаһы бар:

  1. этик һәм әхлаҡи төшөнсәләрҙең аныҡ тормош ситуацияларына (кейстар) аныҡ өҫтәмәһе
  2. этик теорияның үҫеш этабы (теоретик, дескриптив, метаэтика теориялары менән бер рәттән)

Ғәмәли этиканың профессиональ өлкәлә йүнәлештәре 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бизнес-этика
  • Биоэтика — кешенең медицинала һәм биологияла эшмәкәрлегенең әхлаҡи яғы тураһында тәғлимәт.
  • Мәғлүмәт этикаһы — мәғлүмәти технологиялар үҫеше һәм ҡулланыу менән бәйле килеп тыуған әхлаҡи проблемаларҙы өйрәнеүсе дисциплина. Мәғлүмәт этикаһы компьютер этикаһы һәм мәғлүмәт фәлсәфәһе менән бәйле.
  • Компьютер этикаһы компьютер ҡулланған кешеләрҙең тәртибен тикшереү менән шөғөлләнә, шуның нигеҙендә уға ярашлы кәңәштәр һәм үҙенә күрә этикет нормалары эшләнә
  • Медицина этикаһы — ғәмәли этиканың медицина этикаһын, табиптың хеҙмәттәштәре һәм пациенттары менән үҙ-ара килешеп эш итеү ҡағиҙәләрен һәм нормаларын өйрәнеүсе дисциплина
  • Экологик этика — дисциплина-ара синтез һөҙөмтәһе һәм этика һәм экология сигендә урынлашҡан ғәмәли  дисциплина.
  • Иҡтисади этика
  • Этика
  • Һөнәри этика