Продкомиссар (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Продкомиссар (рассказ) битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Продкомиссар
Жанр:

икәйә

Автор:

Михаил Александрович Шолохов

Төп нөхсә теле:

урыҫ телендә

Яҙылған йылы:

1924

Публикация:

1925

«Аҙыҡ-түлек йыйыу буйынса комиссар» ― урыҫ совет яҙыусыһы Михаил Александрович Шолоховтың 1924 йылда яҙылған хикәйәһе.

Баҫманың тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Продкомиссар» хикәйәһе тәүге тапҡыр «Йәш ленинец» гәзитенең 1925 йылдың 14 февралендә сыҡҡан 37-се һанында баҫыла. Мәскәүҙә «Яңы Мәскәү» нәшриәтендә сыҡҡан «Дон хикәйәләре» (1926) һәм «Зәңгәрһыу дала. Дон хикәйәләре. 1923—1925» автор йыйынтығына инә (1931).

1924 йыл башында исеме аҫтында «Йәш гвардия» яҙыусылар төркөмө альманахында баҫыла. Мәскәүҙән Донға киткәндә, Шолохов, ҡулъяҙмаһы яҙмышы өсөн борсолоп,1924 йылдың 24 майында әҙәби альманах секретары М.Б Колосовҡа былай тип яҙа:

« Үҙемдең хикәйәм тураһында һинән һорағым килә һәм һин минең иптәшьәрсә үтенесемде кире ҡаҡмаҫһың, тип уйлайым. Һинең һүҙҙәрең буйынса, минең хикәйәмдә ("Зверь"), исеменән һәм ахырынан башҡа, барыһы ла яҡшы, һине күрмәйенсә тороп, уны төҙәтеү мөмкинлегем булманы... ләкин һин үҙең дә уны төҙәтә алаһың (һәм был ауыр түгел). Хикәйәне, исмаһам, "Окрпродкомиссар Бодягин" тип исемлә, аҙағын үлтерелгән Тесленко һәм Бодягин ятҡан урынды тасуирлаған юлдарға саҡлы ҡыҫҡарт. Һин хикәйәнең асылын аңламағанһың. Мин революция хаҡына атаһын үлтергән һәм "йыртҡыс" тип аталған кеше (әлбиттә, һеләгәй интеллигенция ҡарашында) ҡурҡыныс хәлгә тарыған баланы ҡотҡарып, (малай ат өҫтөндә сабып китә) һәләк була. Бына мин нимә күрһәтергә теләгәйнем, ләкин килеп сыҡҡанмы-юҡмы, белмәйем. Шулай ҙа мин "беҙҙекеләргә лә, һеҙҙекеләргә лә" тигән һүҙбәйләнешкә ҡаршымын. Хикәйә айырым асыҡ маҡсатҡа ирешә. Уны тулыһынса редколлегияға уҡы, һәм авторлыҡ "минлегемде" аяп, уны үҙегеҙҙең компетентлы ҡарамағығыҙға үҙгәртә алаһығыҙ[1]. »

Һуңғараҡ Колосов былай тип хәтерләгән:

« Разговор наш происходил по телефону (Шолохов в то время снимал комнату в Подмосковье) и слова "ни нашим, ни вашим" я сказал не как свои, а как возможные слова рецензентов и редакторов издательства. Они могут сказать, что продкомиссар ― большевик, убивший классового врага, даже если это его родной отец, не нуждается в оправдании тем, что он любит детей... Более того, могут сослаться и на то, что в некоторых дореволюционных произведениях показывались полицейские, жестоко расправлявшиеся с революционерами и в то же время заботливо относившиеся к детям. Я, однако, не считал, что эти возражения могут служить причиной отказа в напечатании рассказа. Но нам следовало быть готовым к такого рода возражениям[2]. »

«Йәш гвардия» альманахы 1924 йылда баҫылып сыҡмай, һәм Колосов уны «Йәш ленинец» гәзитендә баҫырға тәҡдим итә.

Сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҫәр сюжеты нигеҙендә ― алты йылдан һуң тыуған станицаһына әйләнеп ҡайтҡас, үҙенең атаһының совет власы дошманы икәнен ишетеп белгән округ продкомиссары Бодягин тарихы. Икмәк тапшырғанда ҡаршылыҡ күрһәткәне өсөн уның атаһы атып үлтерелә. Һәм Бодягин үҙе лә, комендант Тесленко менән бергә, далала туңып барған малайҙы ҡотҡарып өлгөрөп, баш күтәргән казактар ҡулынан һәләк була.

Хикәйә тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хикәйәлә яҙыусының 1921—1922 йылдарҙа Ҡарғын станицаһында 32-се Дон өлкә продкомитеты әҙерләүҙәр контораһында заготконтора эш башҡарыусыһы делопроизводитель һәм Букановская станицаһында продинспектор булып эшләгән осорондағы биографик факттар сағылыш таба. Шолохов ул саҡта Үрге Донда үҙһаҡланыу отряды һәм продотряд составында бандитизмға ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Крайҙы өйрәнеүсе һәм яҙыусы Г.Я Сивоволов фекеренсә, «Продкомиссар» әҫәрендәге станицаны тасуирлауҙа Ҡарғын станицаһы төҫмөрләнә:

« И снова под безымянной станицей легко угадывается Каргинская. Глинище, где расстреляли отца Бодягина, находилось за станицей, в двух сотнях метров от двора Мартина Ковалева. Это был небольшой овраг, в котором жители станицы многие годы копали белую глину для побелки куреней и сараев... Упоминаемый в рассказе ветряк с оборванными кустами брезента на крыльях стоял неподалеку от глинища. По другую сторону станицы ― изрезанная глубокими промоинами и оврагами гора. На ней со впалой лысиной возвышается знакомый нам Песчаный курган. Вот за этой горой, в трёх верстах от станицы по дороге на Вёшенскую, казаки-повстанцы и настигли Бодягина и Тесленко[3]. »

Персонаждар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бодягин Игнат ― хикәйәнең төп геройы, округ продкомиссары. Алты йылдан һуң тыуған станицаһына икмәкте мәжбүри рәүештә алыу реквизициялау маҡсатында килә һәм атаһы-кулактың һәләк булыу шаһитына әйләнә. Финалда үҙе лә баш күтәргән казактар ҡулынан һәләк була, шунан алдараҡ туңған баланы үлемдән ҡотҡарып өлгөрә.
  • Өлкә продкомиссары ― Бодягинды округ продкомиссары итеп тәғәйенләй.
  • Игнат Бодягиндың атаһы ― кулак станица кулагы, ауыл сходында казактарҙы икмәк тапшырмаҫҡа өндәй. Трибунал ҡарары буйынса атыла.
  • Трибунал рәйесе ― исемһеҙ персонаж, күнәк эшләү оҫтаһы бондарь булған. Игнат Бодягиндың атаһын атырға хөкөм итә.
  • Етем ― Бодягин Игнат, үҙенең атын биреп, малайҙы үлемдән коткара.
  • Тесленко ― трибунал янында комендант. Игнат Бодягиндың атаһын атып үлтерә һәм баш күтәргән казактар ҡулынан һәләк була.
  • Фатир хужаһы ― Игнат Бодягин туҡтаған исемһеҙ хужа. Уға атаһы тураһында һөйләй.

Адаптациялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Михаил Шолоховтың «Коловерть» «Червоточина» «Продкомиссар» хикәйәләре мотивтары буйынса 1970 йылда «Мосфильм» киностудияһында «Зәңгәрһыу дала» нәфис фильмы төшөрөлә. Ҡуйыусы режиссёрҙар В. Я. Лонской, В. Г. Шамшурин. Сценаристары Ю. Б. Лукин, В. Лонской һәм В. Шамшурин.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сивоволов, Г. Я. Михаил Шолохов: Страницы биографии.― Ростов н/Д.: Кн. изд-во, 1995.― 350 с. ISBN 5-7509-0244-7
  • Шолохов, М. А.: Рассказы.― М.: Дрофа: Вече, 2002.― 320 с.― (Библиотека отечественной классической художественной литературы). ISBN 5-7107-6865-0 («Дрофа»); ISBN 5-7838-1229-3 («Вече»)
  • Шолоховская энциклопедия/ Колл. авторов; глав. ред. Ю. А. Дворяшин; вступ. ст. М. М. Шолохов. — М.: Издательский дом «СИНЕРГИЯ», 2013. — 1216 с.: ил. ISBN 978-5-94238-022-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Письма. С. 8
  2. Вёшенская // Московская правда, 1985. ― 24 мая. ― С. 3
  3. Сивоволов, Г.Я. Михаил Шолохов: Страницы биографии.― Ростов н/Д.: Кн. изд-во, 1995.― С. 276

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]