Проект:Рәсәй йылғалары/Инструкция

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Киләһе эштәрҙе башҡарыр кәрәк:

  • {{Тикшерелмәгән йылға}} ҡалыбы ҡуйылған йылғаны тапҡандан һуң, картала ул йылғаны табығыҙ (1:100000 масштабындағы карта кәрәк булыуы бар) һәм уның барлығын һәм мәҡәләлә күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫ булыуын раҫлағыҙ. Әгәр ҡул аҫтығыҙҙа кәрәкле карта булмаһа онлайн карталарҙы ҡуллана алаһығыҙ. Мәҫәлән, Яндекс-карталары;
  • Эҙләү аша ул йылға тураһында мәҡәлә булып-булмауын тикшерегеҙ;
  • Урыҫса йылға исеменең эҙләү аша тикшереп ҡарағыҙ. Робот менән ҡойолған мәҡәләләр араһында бер үк йылға тураһында урыҫса исемле мәҡәлә булырға мөмкин;
  • Ниндәй федерация субъекттары аша аҡҡаны тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тикшерегеҙ һәм төҙәтегеҙ (был мәғлүмәт мәҡәләлә өс тапҡыр күрһәтелә: мәҡәлә башында, ҡалыпта һәм категорияларҙа);
  • Мәҡәләгә һәм категорияларға муниципаль райондар тураһында мәғлүмәттәр өҫтәгеҙ;
  • Мөмкин булғанынса йылға инешенең һәм тамағының географик координаталарын күрһәтегеҙ;
  • Йылға бассейны категорияһының дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ.
  • Мөмкин булғанынса башҡа мәғлүмәттәр өҫтәгеҙ (мәҫәлән, йылға буйындағы тораҡ пункттары, биләмәләренә ингән ауыл советтары, ағым йүнәлеше һ.б.).
  • Шунан һуң {{Тикшерелмәгән йылға}} ҡалыбын алып ташлағыҙ.

Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт.