Эстәлеккә күсергә

Проект:Феминизм һәм фольклор 2023/Проект тураһында

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Феминизм һәм фольклор — Википедияла йыл һайын февраль һәм март айҙарында донъяның төрлө төбәктәренең халыҡ мәҙәниәтендә һәм фольклорҙа ҡатын-ҡыҙҙар тураһында мәҡәләләр яҙыу конкурсы. Был проект Википедияның Бөтә донъя фольклор йолаларын документлаштырыу, Викимилек ойошторған Фольклор ғөрөф-ғәҙәттәрен документтар менән тулыландырыу баҫмаһы булып тора. Был проект — Викимилек ойошторған Вики фольклор ярата (Wiki Loves Folklore (WLF)) проектының баҫмаһы ла.

Конкурстың төп маҡсаты — Википедияла, бөтә донъя ирекле энциклопедияһында һәм Викимедиа фондының башҡа проекттарында кешелек донъяһының мәҙәни төрлөлөгө тураһында мәҡәләләр йыйыу. Быйыл беҙ донъяның бөтә танылған Викимедиа ойошмалары менән хеҙмәттәшек итәбеҙ һәм бөтә Ер шары буйынса халыҡ мәҙәниәтенә, гендер айырмаһын ҡыҫҡартыуға айырым иғтибар бүләбеҙ.

Беҙ, 2019 йылдан алып, күп телле конкурстар ойошторабыҙ һәм быйыл, беҙҙең хәрәкәтенең ысын аспектын асырға мөмкинлек бирһен өсөн, проектты метаға урынлаштырырға хәл иттек.

Яҙылған мәҡәләләр темаға тап килергә тейеш, тимәк, ҡатнашыусылар үҙҙәре һайлаған өлкәнең халыҡ мәҙәниәтенә баҫым яһап, фестивалдәр, бейеүҙәр, аш-һыу, кейем-һалым йәки көндәлек тормош тураһында яҙа ала. Мәҡәләне беҙҙең эш исемлегенән һайларға йәки, төп темаға ярашлы, гендер айырмаһын ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән теманы үҙегеҙ һайларға ирекле.

Матди булмаған мәҙәни мираҫ төрлө төркөмдәр өсөн төрлө әһәмиәткә эйә, ул мәҙәниәт-ара диалог ҡорорға ярҙам итә һәм диалог ҡорғанда үҙ-ара ихтирамды арттыра. Шулай уҡ ҡулланыусыларға мәҙәни төрлөлөк тураһында белем дә бирә.

Быйыл «Феминизм һәм фольклор» бүлеге феминизмға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың биографияһына арнала.

Фольклор — халыҡ байрамдары, бейеүҙәре, халыҡ музыкаһы, халыҡ уйындары, халыҡ аш-һыуы, кейем-һалымы, әкиәттәр, халыҡ уйындары, халыҡ сәнғәте, халыҡ дине, мифология һәм башҡалар.

Фольклорҙа ҡатын-ҡыҙҙар — фольклорҙа, халыҡ мәҙәниәтендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм квир-персонаждар (халыҡ артистары, халыҡ бейеүселәре, халыҡ йырсылары, халыҡ музыканттары, халыҡ уйындарындағы спортсылар, мифологиялағы ҡатын-ҡыҙҙар, фольклорҙағы яугир-ҡатын-ҡыҙҙар, һунарсылар, әкиәт геройҙары, сихырсылар һ. б.).

1 февраль 2023 00:01 UTC — 31 март 2023 11:59 UTC.

Халыҡ-ара приздар:

  • 1-се урын: 300 USD
  • 2-се урын: 200 USD
  • 3-сө урын: 100 USD
  • 10 дәртләндереү призы: 50 USD

(Сертификат һәм бүләк итеү купондары ғына бирелә)

Урындағы спонсорҙар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағастан һындар эшләүсе Артур Иҫәнов[1], Аҡъяр «Балта» коворкинг үҙәге (етәксеһе Рәмил Билалов[2]).

Нәтижәләрҙе 15 апрелгә тиклем сығарығыҙ, һуңлаған осраҡта һеҙҙең ҡатнашыусыларға приздар бирелмәйәсәк.