Проект буйынса фекерләшеү:Башҡортостан мәҙәниәте/Театр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Фекерләшеү:Башҡортостан мәҙәниәте/Театр — фекерегеҙҙе яҙыу өсөн «Тема өҫтәргә» төймәһенә баҫығыҙ, хәбәрегеҙҙе яҙығыҙ һәм «Яҙҙырып ҡуйырға» төймәһенә баҫығыҙ.

Исеме үҙгәртергә кәрәк[вики-тексты үҙгәртергә]

Текущее названиее "Башҡортостан мәҙәниәте/Театр" находится в пространстве имён для статей, это недопустимое название. Нужно переименовать в "Проект:Башҡортостан мәҙәниәте/Театр". Если есть другие страницы (вроде этой), то тоже надо. Они по своему содержанию не являются статьями, поэтому лучше обозначить их как подстраницы проектов. --Rg102 17:07, 30 август 2015 (UTC)

  • В пространстве для статей удобно редактировать через визуальный редактор. В других пространствах ВР не работает. И вообще то, это список объектов — названий статей, а списки могут находиться в пространстве статей. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:17, 30 август 2015 (UTC)
    • Понятно, но судя по всему это координационный список, а не информационный. Обычно их размещают в пространстве проектов. Если же его считать статьёй, то название некорректное (обычно через черту не именуют). Правильнее назвать "Список театров Башкортостана". --Rg102 18:36, 30 август 2015 (UTC)

дәүләт һүҙе ҡайҙа булырға тейеш?[вики-тексты үҙгәртергә]

Баш ҡатып китте. Театрҙарҙың исемендә дәүләт һүҙе төрлө урында тора. Сибай, Салауат «дәүләт башҡорт драма театры» һымағы дөрөҫ түгел шай. Әммә Салауат театрының сайтында дәүләт һүҙе алда тора — «башҡорт дәүләт». Ә Сибай театрының Башҡорт Энциклопедияһы мәҡәләһендә «башҡорт дәүләт». Кәнәшләшеп алайыҡ әле. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:41, 16 декабрь 2018 (UTC)

Башҡорт (Башҡортостан) һүҙе алда торорға тейеш. Дәүләт башҡорт түгел, Башҡорт(остан) дәүләт--Guram52 (әңгәмә) 14:01, 16 декабрь 2018 (UTC)
  • Викимәҡәләләрҙе ҡараным. Театр атамалары барыһы ла "Башҡорт дәүләт..." тип башланған: Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы һ. б. "Дәүләт" ҡарамағында икәне иң тәүҙә күрһәтелергә тейештер ҙә инде?! (Аҡҡашҡа (әңгәмә) 14:05, 16 декабрь 2018 (UTC))
  • Башҡорт(остан) дәүләте ҡарамағында). Руссаһынан күренеп тора бит - государственный башкирский түгел, Башкирский (Башкортостанский) государственный. Башҡорт һүҙе бында милләт түгел, дәүләттең исеме --Guram52 (әңгәмә) 14:15, 16 декабрь 2018 (UTC)
  • Театрҙар исеме урыҫсанан калька ғына, унда ниндәй һүҙ тәртибе булған, шулай тәржемә ителгән һәм хәҙер ҡалыпҡа әйләнгән. Атама эсендәге «башҡорт» һүҙенең дәүләт төшөнсәһенә (Башҡортостанға) туранан-тура бер ҡағылышы ла юҡ, сағыштыру өсөн Туймазы театры һәм «Нур» театры. Тарихтан билдәле булыуынса, ҡасандыр шәхси театрҙар булған, артабан колхоз-совхоз театрҙары, үҙешмәкәр театрҙар килеп сыҡҡан. Бында һүҙ барған театрҙар дәүләттеке булараҡ ойошторолған. --Айсар (әңгәмә) 14:33, 16 декабрь 2018 (UTC)
  • Театрҙарҙың русса исеме бармаҡтан һурып сығарылмай, уларҙың ойоштороусыһынан, йәғни учредителдәренән тора. Бар Башҡортостандың дәүләт театрҙары, бар башҡа учредителдәрҙеке.Улар барыһы ла Конституцияға һәм башҡа ҡанундарға нигеҙләнеп төҙөлә https://studfiles.net/preview/402932/ 8-се статьяны ҡарағыҙ--Guram52 (әңгәмә) 14:57, 16 декабрь 2018 (UTC)
  • Башкирский академический театр драмы имени Мажита Гафури Официально театр был учреждён 4 декабря 1919 года в Стерлитамаке как 1-й Башкирский государственный театр. [1]--Guram52 (әңгәмә) 15:11, 16 декабрь 2018 (UTC)
  • Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев. Салаватский государственный башкирский драматический театр - Салауат дәүләт башҡорт драма театры тип тәржемә ителергә тейеш тип һанайым. Бында милли телле театр исеме. Государственный башкирский (татарский, чувашский һ.б. ) тигән һүҙбәйләнешле театрҙарҙың барыһы ла милли телле театрҙар--Guram52 (әңгәмә) 15:24, 17 декабрь 2018 (UTC)
Кисә һорағанда мин «Сибай» һәм «Салауат» тип һораным да инде, Һеҙ «Башҡорт дәүләт театры» өлгөһөндә аңлаттығыҙ. Яуапты Башҡорт энциклопедияһында эҙләп ҡараным һәм [2] — «1956 й. алып Салауат башҡ. дәүләт драма театры», [3] — «1976 й. башлап Сибай башҡ. дәүләт драма театры», [4] — «2002 й. Стәрлетамаҡ башҡ. дәүләт драма театры» өлгөләрендә төҙөтә башланым. Башҡорт энциклопедияһында эске терминология комиссияһы шулай ҡабул иткән. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:12, 17 декабрь 2018 (UTC)
  • Рөстәм Нурыев Мин учредителдәр тураһында юҡҡа яҙманым бит, Положениены һалдым. Театр исеме учредителдән тора. Башҡорт дәүләт театрҙары бар, уларҙа төп урын Башҡортостан (республиканыҡы), бында милләт тураһында һүҙ бармай тинем. Рус телендәге һүҙҙәрҙең урынынан күренеп тора тинем. Иғтибар менән уҡығыҙсы ул. Башкирский государственный икән - Башҡорт(остан) дәүләт театры. Государственный башкирский икән - дәүләт башҡорт театры - бында милләт. Мин ғөмүмән һалдым ул яуаптарҙа, айырым театрҙы түгел.--Guram52 (әңгәмә) 18:42, 17 декабрь 2018 (UTC)
  • Әммә әгәр энциклопедияла Стәрлетамаҡ башҡ. дәүләт драма театры тип алғандар икән, уларға эйәрергә тура килә, бер төрлөлөк өсөн--Guram52 (әңгәмә) 18:42, 17 декабрь 2018 (UTC)