Ҡорт елеме
Уҡыу көйләүҙәре
(Прополис битенән йүнәлтелде)
Ҡорт елеме — ҡорттар ағас бөрөләренән, япраҡтарынан йыйылған ыҫмалалы есемдәрҙе эшкәртеп яһаған ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге йәбешеүсән матдә. Унда 55 % ыҫмала һәм бәлзәм, 10 % эфир майҙары, 30 % балауыҙ һәм 5 % һеркә бар. Һәр ғаилә миҙгеленә 100-150 г елем йыя. Ҡорт елеме медицинала киң ҡулланыла.
Елемде умартала файҙаланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорттар елемде умарталағы ярыҡтарҙы һылау өсөн ҡуллана. Шулай итеп улар умартаны үтәтмә елдән һаҡлай. Шулай уҡ ҡорт елеме менән улар һауа торошона ҡарап, кейәнең ҙурлығын көйләйҙәр. Исеме шунан килеп сыҡҡан да инде, προπόλις «ҡала алдында». Елем менән ҡорттар инә ҡорт йомортҡа һаласаҡ күҙәнәкте шымарталар. Әгәр ҙә умартаға эрерәк хайуан килеп керһә, уны ҡорттар сығара алмайҙар, шунлыҡтан елем ярҙамында емтекте серемәһен өсөн мумификациялайҙар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Младенов С. Мёд и медолечение. София, 1971.
- Хисматуллина Н. З. Апитерапия. — Пермь: Мобиле, 2005. — 74 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт журнала «Прополис»
- Препараты прополиса, перечень и способы изготовления в домашних условиях
- Бистис О. Г. Прополис. Его свойства и применение 2012 йыл 14 апрель архивланған.
- http://www.akvapropolis.ru/Aquapropolis.aspx 2010 йыл 15 октябрь архивланған.