Пухов мәҙәниәте
Пухов мәҙәниәте | |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | пшеворская культура[d] |
---|---|
Пухов мәҙәниәте Викимилектә |
Пухов мәҙәниәте — Словакияның Пухов ҡалаһы исеме менән аталған археологик мәҙәниәт. Уның вәкилдәре булып котиналарҙың йәки анарталарҙың кельт ҡәбиләһе тора. Лужица мәҙәниәтенең иң һуңғы тоҡомдарының береһе.
Хәҙерге Словакия территорияһының төньяғында һәм үҙәгендә б.э. тиклем ІІ — б.э. І. осоронда йәшәгәндәр. Матди мәҙәниәтендә кельттарҙың ғына ғына түгел, шулай уҡ иллирийҙар һәм дактарҙың йоғонтоһо һиҙелерлек.
Ауылдар ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтарҙа һәм йылға буйҙарында урынлашҡан. Пухов мәҙәниәтенең культы, иҡтисади һәм сәйәси үҙәге — ҡорбанға килтерелгән кешеләрҙең һөйәктәре менән билдәле булған Гавранюк ҡаласығы яҡшы өйрәнелгән. Яңы эра башланыу менән, германдар һәм дактар экспансияһы һөҙөмтәһендә, Пухов мәҙәниәте тарҡала, ә уның халҡы дактар һәм башҡа ҡәбиләләргә ассимиляцияға бирелә[1].
1937 йылда Пухов ултырағын Э. Бенингер тикшерә, әммә был мәҙәниәт менән бәйле беренсе асыштарҙы 1888—1894 йылдарҙа Э. Хоенинг эшләй.
Пухов мәҙәниәтенең ауылдары төньяҡта Пшевор мәҙәниәте менән, көнсығышта Зарубинец мәҙәниәте ауылдары менән күршеләш була. Беҙҙең эра сиктәрендә Пухов мәҙәниәте ауылдары пшевор мәҙнәите яғынан юҡҡа сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bolchazy Ladislaus J., Caplovic Dusan (2006) Illustrated Slovak History: Europe in Central Struggle for A Sovereignty, Publisher: Carducci Bolchazy Pub, ISBN 0-86516-500-9, ISBN 978-0-86516-500-7
- Paulina Poleska. 2012 йыл 1 март архивланған. Celtic Kraków Settlement workshop-springer pottery of the in-Pleszów (Site 20) 2012 йыл 1 март архивланған.. Muzeum Archeologiczne w krakowie. (пол.)
- 35 Archäologisches Korrespondenzblatt, 2005 (1 Heft). 2007 йыл 27 сентябрь архивланған. Von Zusammenfassung Soják Marián 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.. Römisch-Zentralmuseum Germanisches (нем.)