Пушкин урамы (Дондағы Ростов)
Пушкин урамы Дондағы Ростов | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Район | |
Элекке исемдәре |
Кузнецкая урамы (1885 йылға тиклем) |
Оҙонлоғо |
3,45 км тирәһе |
картала |
Пу́шкин урамы, Пу́шкин бульва́ры (рус. Пушкинская улица, Пушкинский бульвар) — Дондағы Ростов ҡалаһындағы урам.
Бында әүәлге заман өйҙәре, һәйкәлдәре, ағастар, матур итеп биҙәлгән сәскә түтәлдәре күп. Урамдың урта өлөшө бульвар формаһында.
Доломанов тыҡырығынан башлана. Будённый проспектына хәтле бульвар ҙур түгел (урамдың 1/5 өлөшө). Ворошилов проспектына хәтле бульвар урамдың яртыһын алып тора. Ворошиловский проспектынан һуң бульвар урамдың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Чехов урамынан һуң бульвар бөтә урамды ала һәм аҙағына хәтле йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән. Урам йәшел һәм ҡала уртаһындағы ҡалған урамдар менән сағыштырғанда еләҫерәк, бында ике китапхана, филология һәм журналистика факультеты, музей бар. Парк зонаһы статусы бирелгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам башта Кузнецкая тип аталған һәм ҡала планында 1870 йылда күрһәтелгән. Төньяҡтан XIX-сы быуат башында һәм уртаһында ( ул ваҡытта ҡала планына рәсми рәүештә индерелмәгән була) дала йәйрәп ятҡан. Кузнецкая һәм Загородная урамдары араһында (һуңыраҡ — Садовая, хәҙер — Большая Садовая) баҡсалар һәм Генеральная балка (хәҙер — Согласие урамы, Малый переулок) булған. Бында, ҡаланың төньяҡ ситендә, Ҡала баҡсаһы артында, тимерлектәр урынлашҡан булған тиҙәр. Урам оҙаҡ ваҡыт ҡаралмаған булған, бер өлөшө элекке Дмитрий Ростовский ҡәлғәһе валдары һәм соҡорҙары аша үткән, ваҡыты менән кипмәй торған һаҙлыҡ барлыҡҡа килә торған була. 1870 йылдан барыһы ла үҙгәрә башлай, сөнки Кузнецкая урамында бай сауҙәгәрҙәр һәм промышленниктар йорттар һала. Ҡотһоҙ ғына урамдың йәшел һәм ныҡ ҡаралғанға, ҡаланың иң матур урамына әйләнеүе бидәле фабрикант Я. С. Кушнарёв исеме менән бәйле: 1881 йылда ул бында тәмәке фабрикаһы һәм клуб аса, бульварға ағастар ултыртыуҙы иң беренсе булып хәстәрләй [1]. 1885 йылда ҡала Думаһы урамдың исемен бөйөк шағирҙың исеменә алмаштырырға ҡарар итә. А. С. Пушкин Ростовта үтешләй бер нисә тапҡыр була , тәүге тапҡыр генерал Раевскийҙың ғаиләһе менән 1820 йылда Кавказ минераль һыуҙарына барышлай туҡтала. Ростовта Раевский менән Пушкин ҡәлғәне ҡарай, «Богатый колодезь»[2] шишмәһе янында булалар.
XX век башында Пушкинская урамы әһәмиәте буйынса Большая Садовая урамынан ҡала икенсе урынға сыға. Урам электр менән яҡтыртыла , уны иң яҡшы архитекторҙар төҙөгән сауҙәгәр йорттары һәм күп фатирлы йорттар биҙәй. Иң күренекле йорттар булып В. С. Кушнарёвтың фабрикаһы һәм өйө, Екатерина ҡыҙҙар гимназияһы, Италиянан [2] алып киленгән сауҙәгәр И. А. Супрунов өйө, Е. М. Шпильрейндың күп фатирлы йорто, П. И. Крамер, А. А. Домбровский, Н. Е. Парамоновтарҙың һәм градоначальниктың өйҙәре торған. Ошонда уҡ ҡала баҡсаһы [2] булған.
Бөгөнгө хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пушкинская урамының Ворошиловский проспект менән киҫешкән урынына яҡын ерҙә 1959 йылда А. С. Пушкинға һәйкәл (Дондағы Ростов) ҡуйылған, авторҙары- Г. А. Шульц и М. А. Минкус.
Бөгөн Пушкинская урамы шуның менән айырылып тора- бығаса һаҡланып ҡалған иҫке йорттарҙың үҙенсәлекле архитектура пластикаһы менән эшләнгән фасадтары , кешегә уңайлы ғына бәләкәй кофейня һәм кибеттәр, күләгәләр төшөп торған аллеялар и йәтеш кенә эскәмйәләр , йәйәүлеләр өсөн эшләнгән юлдар араһында ҡуйы, йәшел балаҫ кеүек йәйелеп үҫкән үлән, күптәргә билдәле Пушкин шарҙары ( «Пушкин геройҙары» һәйкәле) — бөйөк шағирға булған иң һоҡланғыс һөйөү билдәһе ( шарҙар авторы — скульптор А. А. Скнарин)[3].
2010 йылда урамдың бульвар өлөшө , Театр проспектынан Будённовский проспектына хәтле , парк зонаһы[4] хоҡуҡи статусын алды.
2011 йылда урамда Доломановский урамынан Будённовский урамына хәтле реконструкция башланды.
2013 йыл Пушкинская урамында бушҡа Wi-Fi тоташтырыла[5]. Әлеге ваҡытта эшләмәй.
Күренекле биналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- № 13 — Жилой дом И. Т. Бакулина. Построен в конце ХIХ века в стиле эклектика. Памятник архитектуры.
- № 19 — Жилой дом Бетани В. В. Здание построено в 1904 году в стиле эклектика.
- № 47 — Дом Резниченко
- № 51 — Доходный дом Василия Кушнарёва
- № 65 — Доходный дом С.Н. Мнацаканова
- № 75 — Доходный дом Лащ
- № 78 — Дом Гарнакерьяна
- № 79 — Особняк Супрунова
- № 83 — Особняк Евы Шпильрейн
- № 89/57 — Дом Ивана Зворыкина
- № 93 — Жилой дом Гавала
- № 106 — [[Доходный дом Бострикиных (1914)|Доходный дом
Мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Записки Ростовского на Дону общества Истории, Древностей и Природы. Том 2.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Улицы Ростова. Пушкинская. Централизованная библиотечная система Ростова-на-Дону
- ↑ Пушкин геройҙары Дондағы Ростов
- ↑ О придании статуса парковой зоны улице Пушкинской(недоступная ссылка)
- ↑ Анна Дунаева. В Ростове на Пушкинской подключили бесплатный Wi-Fi . 161.ru (7 август 2013). Дата обращения: 20 август 2013. Архивировано 31 август 2013 года. 2013 йыл 10 сентябрь архивланған.
↑ Записки Ростовского на Дону общества Истории, Древностей и Природы. Том 2. Улицы Ростова. Пушкинская. Централизованная библиотечная система Ростова-на-Дону ↑ Памятник Пушкинские герои в Ростове-на-Дону ↑ О придании статуса парковой зоны улице Пушкинской ↑ Анна Дунаева. В Ростове на Пушкинской подключили бесплатный Wi-Fi (рус.). 161.ru (7 августа 2013). Проверено 20 августа 2013. Архивировано 31 августа 2013 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Экскурсии по Ростову. Прогулка по Пушкинской 2018 йыл 3 декабрь архивланған.
- Экскурсии по Ростову. Достопримечательности Пушкинской 2018 йыл 3 декабрь архивланған.