Родополис
Родополис | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Родополис — көнбайыш Грузияла тарихи ҡала. Ҡала хәҙерге Варцихе ауылынан алыҫ түгел һаҡланған, Кутаиси ҡалаһынан 17 саҡрым, Багдади ҡалаһынан 15 саҡрым алыҫлыҡта ята.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Варцихе урыны урта быуаттарҙа эгрис батшалығында урынлашҡан булған. Үҙенең уңайлы географик урынлашыуы арҡаһында Варцихе ҙур стратегик һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә була. Бында мөһим халыҡ-ара сауҙа юлы үтә.
Тәүге тапҡыр ул VI быуатта Византия сығанаҡтарында телгә алына. Прокопий Кесарийский уны эгрис батшалығында мөһим ҡалаларҙың береһе тип иҫәпләй[1]. Эгристың Бөйөк Һуғышы ваҡытында ҡала онтролгә алына. Дошманға артабан яңы плацдармды яулап алыуға ҡамасау итеү өсөн, 549 йылда ҡала стеналары фарсылар һөжүм итеүенән алда уҡ һүтеп алына,ә һуғыштан һуң уны яңынан тергеҙәләр. IX—XI быуаттарҙа ҡала яңы үҫеш кисерә. Һуңғы урта быуат осоронда Варцихе Имеретия батшаларының резиденцияларының береһе була.
1737 йылғы Имеретия батшалығының картаһына ярашлы Имеретия короле Александр V Варцихела тергеҙеү эштәре алып барған. Багратиони Вахушти һүҙҙәре буйынса: «эриставтар Александр һарайына килә». Рус-төрөк һуғышында, 1769 йылда генерал Тотлебен төрөктәр унда йәшенә алмаһын өсөн бер нисә урындан ҡойманы һүтеп ала.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Родополис урмандар менән уратып алған тигеҙ ерҙә урынлаша, уның тирәләй күп йылғалар аға.
Археологик ҡаҙыу эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1968 йылдан Варцихе территорияһында эҙләнеү эштәре алып барыла. 1972 йылдан башлап әүҙем археологик ҡаҙыныуҙар алып барыла (етәксеһе Ф. Джапаридзе). IV—VI быуаттарҙа асыҡлана. Замок-ҡала комплексының күп өлөшө башнялы диуарҙар менән уратып алына. Ошо дәүерҙә ҡала-ҡәлғә мөһим нығытма пункты була. Археологик материалдар (башлыса керамика һәм быяла) Эгристың сит илдәр менән мөһим сауҙа- иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә булыуын раҫлай. Керамика һәм амфоралар бында Риони аша килгән. Шулай уҡ Варцихеның сираттағы өҫтөнлөгө ваҡытындағы (IX—XI бб.) бина ҡалдыҡтары табылған.
Варцихенан 800 метр алыҫлыҡта Риони йылғаһының һул ярында уба урынлаша, ул яһалма траншея менән нығытыла. Һуйырташтан һәм эзбизташтан төҙөлгән йорттарҙың янғындан юҡҡа сыҡҡан ҡалдыҡтары табылған. Ҡәберлектәрҙә бронза беләҙек, быяла мунсаҡтар, ҡыҙыл яндырылған көршәктәр табылған.
Риони йылғаһының уң ярында эҙләнеүҙәр тарафынан иртә урта быуат изге әйберенең ҡалдыҡтары табыла
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 8, გვ. 420, თბ., 1984 წელი.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Procope, De Bello Gothico გვ. 527