Ростов зоопаркының ултыртылған ағастары
| Ростов зоопаркының ултыртылған ағастары | |
|---|---|
Ростов зоопаркының һыу эргәһендә ултыртылған ағастары | |
| Төп мәғлүмәт | |
| Майҙаны | 3 гектар |
| Урынлашыуы | |
| 47°14′56″ т. к. 39°40′05″ кс. о.HGЯO | |
| РФ субъекты | Ростов өлкәһе |
Ростов зоопаркының ултыртылған ағастары — Ростов өлкәһе Октябрьский районының Ростов зоопаркында урынлашҡан, айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе. Был эшләүсе, урындағы әһәмиәткә эйә тәбиғәт ҡомартҡыһы, заказник режимына эйә [1].
Һүрәтләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зоопаркка 1927 йылда нигеҙ һалынған була, шул осорҙа зоопарк биләмәһендә ултыртылған ағастарҙың бер өлөшө XXI быуатҡа тиклем һаҡланып ҡалған[1]. Ағастар Ростов зоопаркының үҙәк өлөшөндә ултыртылған[2]. Былар ун дүрт төп Ҡырым ҡарағайы, һигеҙ төп һабаҡлы япраҡлы имән (черешчатый) һәм 3 төп ваҡ япраҡлы йүкә, уны йөрәк япраҡлы йүкә тип тә йөрөтәләр[3]. Ултыртылған ағастар тарихи, тәбиғәтте һаҡлау, аң-белем таратыу һәм эстетик әһәмиәткә эйә, ҡала һыҙатында ултыртылған һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған иң боронғо ағастар булып торалар[2]. Һаҡланыусы биләмә майҙаны 3 гектар тәшкил итә[4]. Ултыртылған ағастарҙың торошо ҡәнәғәтләнерлеке. Ростов ҡала башҡарма комитетының 1977 йылдың 14 декабрендәге 366-сы ҡарары, Өлкә башҡарма комитетының 1985 йылдың 23 авгусындағы 313-сө һанлы ҡарары, өлкә советының 1992 йылдың 22 апрелендәге 87-се һанлы ҡарарына ярашлы, ағастарға һаҡланыу статусы бирелгән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Насаждения Ростовского зоопарка
- 1 2 Особо охраняемые природные территории Ростовской области//Официальный портал Правительства Ростовской области
- ↑ Перечень памятников природы Ростовской области (В редакции Постановления Администрации Ростовской области от 12.12.2007 г. N 486)
- ↑ Границы памятников Ростовской области