Эстәлеккә күсергә

Ругов тарлауығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ругов тарлауығы
Нигеҙләү датаһы 1985
Рәсем
Тау һырты Проклетие[d]
Дәүләт  Косово
Әһәмиәтле урын Печ[d]
Карта
 Ругов тарлауығы Викимилектә

Ругов тарлауығы (алб. Gryka e Rugovës; сер. Руговска клисура. Руговска клисура) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһының көнбайышында, Черногория сиге янында, Печ ҡалаһы янындағы йылға тарлауығы (каньоны). Оҙонлоғо 25 км һәм тәрәнлеге 1000 метрға тиклем булған тарлауыҡ Европала иң оҙон һәм тәрән тарлауыҡ булып иҫәпләнә. Ул Печ боҙлоғоноң бно аҙ иреп сигенеүе, ә һуңынан Печска-Бистрица йылғаһының һыу эрозияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[1].

1985 йылда Ругов тарлауығы уның геологик, гидрологик, спелеологик һәм ботаник ҡиммәттәре, шулай уҡ матур пейзажы өсөн тәбиғәт мираҫы ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.[2][3]

Ругов тарлауығы

Ҡыҫҡа, әммә ҡеүәтле Печска-Бистрица йылғаһы төньяҡтағы Жлеб тауҙары һәм төньяҡтағы Копривник, көньяҡта Проклетие тауҙарының төньяҡтағы суҡағы араһында хасил булған тарлауыҡты киҫеп үтә. Тарлауыҡҡа инеү урыны Печ ҡалаһынан көнбайышҡа табан өс километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Артабанғы 6 километрҙа тарлауыҡ, тарая барып, бейек вертикаль стеналы үҙән барлыҡҡа килтерә, уның аша йылға аға. Артабан тарлауыҡ тағы ла тарая, уның көнсығыш яғында Косовоны Черногория менән тоташтырған юл һалынған.[4]


Тарлауыҡтың уртаса тәрәнлеге 650—1000 м тәшкил итә. Һыу эзбизташ һәм балсыҡлы сланец ҡына түгел, мәрмәр һәм серпентин менән ҡапланған тоҡомдар ҙа киҫеп үтә. Тарлауыҡтың өҫкө өлөшө боронғо боҙлоҡ трогы булып тора. Тарлауыҡ районында халыҡ күп түгел, кешеләр уның көнсығыш өлөшөндә, шулай уҡ көнбайыш ярында (йәйге осорҙа) йәшәй.

Тарлауыҡта бер нисә шарлауыҡ һәм бик күп шишмәләр бар, мәҫәлән, Ҡара һыу (альб. Uji i Zi) һәм 5-се км шишмәһе (алб. Kroi i km-5). Тарлауыҡтың алтынсы километрында 25 метр бейеклектәге шарлауыҡ тауышы әллә ҡайҙарҙан ишетелеп тора, ул көньяҡ яғында урынлашҡан ҡаянан йылғаға ағып төшә. Шулай уҡ тарлауыҡта йөҙҙәрсә мәмерйә бар, уларҙың күбеһе тикшерелмәгән. Иң билдәлеләре — Ҙур каньон мәмерйәһе системаһы (оҙонлоғо яҡынса 11 км), Ҡара ҡайсы мәмерйәләр (алб. Shpella e Karamakazit) һәм Каллаба мәмерйәһе (алб. Shpella e Kallabes; унда боронғо кешеләрҙең ҡалдыҡтары табылған). Тарлауыҡтың яҡтарын яҡшы билдәле булған аркалы күпер тоташтыра.

Ҙур тарлауыҡ мәмерйәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙур каньон мәмерйәһе (алб. Gryka e Madhe) Ругов тарлауығының 8-се километрында, һул яҡтан йылға йырҙаһынан 60 метр өҫтәрәк урынлашҡан (637 н.у.м.)

Мәмерйәне тикшереү 1993 йылда башлана, урындағы халыҡҡа ул быға тиклем үк билдәле була, әммә Македонияла Ругов каньоны аша сәйәхәт иткән словак спелеологтары асҡандан һуң туристар ағымы хасил була. Мәмерйә коридорҙарының профиле овал, ә ул үҙе стеналары бейек булған даими ер аҫты каньонының характерына эйә. Хәҙергә мәмерйәнең 5 кимәле тикшерелгән. Беренсеһе —яҡынса ингән урындан 66 метрға түбәнерәк; был кимәлдә төрлө төҫтәге ҡатламдар бар. Мәмерйә эсе соҡорло-саҡырлы булғанға уға бик аҙҙар ғына инергә батырсылыҡ итә. Мәмәрйәне Словакия, Болгария, «Agagoniti» ойошмаһы һәм Косово агентствоһының әйләнә тирәләге мөхитте һаҡлау буйынса дәүләт учреждениеһы (KEPA) эскперттары тикшерә.[2]

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ругов тарлауығы тау туризмы (хайкинг һәм ҡаяға үрмәләү) һәм мәмерйәләрҙе тикшереүселәр өсөн йәлеп итеүсе объект булып тора. Бында шулай уҡ Балҡанда әлегә берҙән-бер булған Виа феррата (ҡая үрмәләү өсөн трасса) төҙөлә[5].

Печ патриархаты монастыре, Серб православие сиркәүенең тарихи һәм дини үҙәге, тарлауыҡҡа ингән ерҙә урынлашҡан.

  1. Turizmi në Pejë (алб.). Komunat e Kosovës. Дата обращения: 20 февраль 2020. Архивировано из оригинала 6 март 2016 года. 2016 йыл 6 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 Kosovo Institute for Nature Protection. State of Nature Report 2006 - 2007 (ингл.). Kosovo Environmental Protection Agency (2008). Дата обращения: 20 февраль 2020. Архивировано 15 апрель 2016 года.
  3. Fadil Bajraktari, Ylber Sherifi, Afrim Berisha, Sami Behrami, Qenan Maxhuni. Protected and Proposed Hydro Monument in Kosovo 2002-2008 (ингл.). Kosovo Environmental Protection Agency (2008). Дата обращения: 20 февраль 2020. Архивировано 3 март 2016 года.
  4. Directorate for Economic Development - Tourism Sector. Informatori Turistik - Tourist Information Guide (алб.). PejaTourism.org. Дата обращения: 20 февраль 2020. Архивировано 27 ғинуар 2018 года. (инг.)
  5. Udhëtimi në Shtegun e Hekurt (Video) (алб.). Telegrafi.com. Дата обращения: 3 апрель 2017. Архивировано из оригинала 4 март 2014 года. 2014 йыл 4 март архивланған.