Сабата

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сабата — башҡорт кейемендә йүкәнән үреп эшләнгән традицион аяҡ кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар сабаталары булған.

Сабаталы башҡорт

Эшләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сабатаны 7 йүкә таҫма алып башынан башлап тимер шөшлө һәм ҡалып ярҙамында үргәндәр. Ҡыя (табан өлөшөн) һәм тура (өҫ яғын) үреү ҡулланылған. Ике ҡатлап үрелгән (ҡайһы ваҡыт туҙ менән нығытылған) табаны күтәрмә хасил итеп, өҫкә ҡайтарылып ҡуйылған; башы трапеция формаһында булған. Шайтанашыҡтан йүкәнән эшләнгән ҡыҫҡа бау менән бәйләп ҡуйылған.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында сабатаны ағастан аҫлыҡ (күтәрмәле сабата) һалып эшләгәндәр. Төньяҡ райондарҙа, Пермь башҡорттарында, аяҡ тирәләй бау менән бәйләп ҡуйыла торған өҫкө яғы туҡыма сабата (бышымлы сабата) киң таралған. Сабата тула йә йөн ойоҡ, силғау, киндер ыштыр менән кейгәндәр. Сабата көндәлек аяҡ кейеме һаналған. Башҡортостандың төньяҡ райондарында 20 быуат уртаһына тиклем булған. Көнсығыш Европаның күп халыҡтарында таралған була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Элмәлек (йыр)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Wikibooks-logo-ba.svg Викидәреслектә

Сабата тураһында йомаҡтар бар