Сабсович йорто (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Сабсович йорто (Таганрог)
Сабсович йорто | |
Ил | Россия |
Ҡала | Таганрог, Петр урамы, 134 |
Төҙөүсе | Сабсович ғаиләһе |
Нигеҙләнгән | XIX быуаттың икенсе яртыһы |
Сабсович йорто — Петр урамы, 134 һәм Дзержинский тыҡрығы, 7 мөйөшөндә урынлашҡан йорт. Ул үҙ исемен беренсе хужаларының фамилияһынан алған[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIХ быуаттың беренсе яртыһында Петр урамындағы 134-се йорт территорияһында II гильдия сауҙагәре Тодрос Маркович Сабсович төҙөгән йорт торған. Йорт портҡа бара торған тимер юл тармағында башланып , Петр урамының йоп яғында ,хәҙерге Вокзал тыҡрығы янында тамамлана. 1860-сы йылдарҙа был йорт адресы буйынса ярымподваллы мөйөштәге өй һалына. Шул йылдарҙа участкала бер ҡатлы кирбес амбар һәмбер ҡатлы флигель торған. Флигель ике торлаҡ йортона әйләндерелгән, улар Дзержинский тыҡрығы 7-се һәм 9 -сы һанлы йорт. Хәҙерге Петр урамы, 134-се һанлы йорт т 1870 -се йылдарҙа сауҙагәр Вульф Дорофеевич Сабсович тарафынан төҙөлгән, 1873 йыл мәғлүмәттәре буйынса уның милкендә торған. 1874 - 1879 йылдарҙа йорттоң хужалары сауҙагәр Вульф, Иосиф һәм сауҙагәр улы Яков Сабсович булған. 1890 - 1898 йылдарҙа йорт сауҙагәр Дмитрий Егорович Мануси һәм мещан ҡатын Хана Сабсович милкенә күскән.
1906 йылда йорт хужаһы— сауҙагәр, амбар һәм ер биләүсе Вениамин Иосифович Сабсович һәм мещан ҡатын Хана Сабсовичтар. Вениамин Сабсович Иосиф Дорофеевичтың улы була һәм биржа комитеты ағзаһы вазифаһын биләй[2]. 1915 йылда уның менән бергә мещан Исаак Беркович Ипков, Мознаим һәм Алексей Андреевич Гаршфельд йортта хужа булып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дом Сабсовича//Энциклопедия Таганрога
- ↑ Таганрогские Сабсовичи и их потомки.: Опыт генеалогического исследования.