Сагареджола Петр һәм Павел сиркәүе
Сагареджола Петр һәм Павел сиркәүе - Грузияның тарихи Кахетия өлкәһендәге Сагареджо ҡалаһындағы архитектура ҡомартҡыһы. Сагареджо ҡалаһынан көнбайышҡа ҡарай иҫке зыяратта урынлашҡан. Сиркәү 1690 йылдан алып 1712 йылдар араһында төҙөлгән. Сиркәүҙең төкәтмәләре бар. Фасадында төрлө скульптура һүрәттәре урынлашҡан (геометрик фигуралар, аждаһа, арыҫлан, ҡоштарҙың, виноград ҡуҙаҡтары). Һул фасадта фәрештә һул ҡулында тәре тотоп тора, уң ҡулында емерелеүе арҡаһында нимә тотҡаны аңлайышһыҙ. Петр һәм Павел сиркәүе ислам йоғонтоһона эйә. Был турала бинаның фасадындағы Тәре ҡыҫаны һөйләй. Сиркәү уртаһында ике кимәлдә кеше йөҙө һүрәтләнгән (ҡояш һәм ай символы). Ике кешенең йөҙө ташта уйып яһалған. Сиркәү боронғо грузин яҙыуҙары менән биҙәлгән. С. Чубинашвили бында монахтарҙың резиденцияһы булған тп иҫәпләй. 2006 йылда Грузия президентының күрһәтмәһенә ярашлы сиркәүгә милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исеме бирелә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, თბ., 2019.