Эстәлеккә күсергә

Самтавро некрополе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Самтавро некрополе
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Карта
 Самтавро некрополе Викимилектә

Самтавро некрополе — беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡтың урта быуаттар некрополе. X быуат археология ҡомартҡыһы, Мцхетаның төньяҡ яғында урынлашҡан. XIX быуатта грузин хәрби юлын төҙөгәндә ҡомартҡылар осраҡлы табыла. Склептарҙа табылған археологик материалдар Кавказ музейына тапшырыла.

2014 йылда Грузия хөкүмәте указына ярашлы милли әһәмиәттәге ҡомартҡы статусына эйә була[1].

Ҡомартҡыны тикшереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Археологик ҡаҙыныу эштәре барышында (XIX быуаттың 70-80-се йылдары, Бавария; киң масштабта 1938 йылда) 3000 яҡын төрлө ҡәберлектәр өйрәнелгән һәм ҡомартҡының стратиграфияһы асыҡлана. Боронғо мәҙәни ҡатламы (иртә бронза быуатынан) боронғо керамиканан, тар ҡорамалдар һәм биналарҙың янған ҡалдыҡтарынан тора. Урта бронза быуаттың ҡорал, мунсаҡтар, алтын биҙәүестәр һ.б. табылған. Бигерәк тә төрлө археологик материал һуңғы бронза дәүерендә (II мең йыллыҡтың II яртыһы) һәм иртә тимер быуатында (б.э. тиклем IX-V быуаттар).соҡорҙарҙа табылған

Былар ялтырауыҡлы керамика, бронза тәҙрәләр, һөйәктәр, сардоник һәм башҡа биҙәүестәр, хайуандарҙың бронза скульптуралары һәм башҡалар. Төрсәләре беҙҙең эраның II-I быуаты менән даталана.

Ҡәберҙә ике һөлдә бер-береһенә йөҙө менән тора. Башта 45-50 йәшлек ҡатын-ҡыҙ, һуңыраҡ - 25-30 йәшлек ҡатын-ҡыҙ һыны асыҡлана. Бик күп ҡиммәтле әйберҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҫыл заттан булыуын дәлилләй.

Тәңкәләр, эпиграфик ҡомартҡылар (грек һәм иврит яҙма), күп һанлы биҙәүестәр (алтын, көмөш һәм бронза беләҙектәр, балдаҡтар, алҡалар, сулпылар, төрлө таштар менән биҙәлгән медальондар һәм башҡалар) көмөш һәм быяла керамика табылған.

IV-IX быуаттағы таш-балсыҡ саркофагта табылған материал иртә феодаль мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра. Бында урындағы быяла һауыттар осрай.


კალანდაძე ა., სამთავროს წინაანტიკური ხანის არქეოლოგიური ძეგლები, მცხეთა IV, თბ., 1980